Балаға магазин һуты эсергәнсе, үҙең әҙерләгән компот ышаныслыраҡ та, тәмлерәк тә. Баҡсала емеш-еләк бешкән саҡта файҙалы ризыҡтарҙы хәстәрләп, банкаларға ябып ҡуям, йә иһә һыуытҡыста туңдырам. Ғаиләбеҙҙә ҡыҙыл, ҡара ҡарағаттан компотты айырыуса яраталар. Туңдырылған емештән дә йыл әйләнәһенә әҙерләргә мөмкин.
Был компотты бүлмәлә 22 – 23 градус йылыла ла һаҡлап була. Баҙығыҙ һыуыҡ булһа, шәкәрҙе әҙерәк тә һалырға мөмкин. Әммә мин улай итмәйем. Компотты шәрбәт тип тапһағыҙ, һуңынан ҡайнатып һыуытылған һыу өҫтәгеҙ.
Өс литрлы банкаға 700 грамм ҡарағат, 400 грамм шәкәр ҡомо, яҡынса 2,5 литр һыу кәрәк буласаҡ. Банкаларҙы һәм тимер ҡапҡастарҙы алдан йыуып, стерилләргә кәрәк. Ҡыҙыл ҡарағаттың тәлгәшен айырып тормаҫҡа ла мөмкин. Һут эсендә улар матур күренер, тәм дә бирер. Ҡарағатты һыуыҡ һыуҙа йыуып һарҡытығыҙ. Ҡыҙыл ҡарағатҡа әфлисун ҡушһаң, бигерәк тәмле була. Компоттың үҙенсәлекле тәме, хуш еҫе балаларға айырыуса оҡшар. Әфлисунды ҡабығы менән дүрткә бүлеп, һәр банкаға берәр киҫәк кенә һалығыҙ.
Ҡарағат, әфлисун өҫтөнә шәкәр һалығыҙ. Һуңынан еләк өҫтөнә ипләп кенә ҡайнар һыу ҡойоп сығығыҙ. Һыуҙы банкаларҙа 5 минут самаһы тоторға кәрәк. Был ваҡыт эсендә шәкәр тулыһынса тиерлек иреп бөтәсәк. Бынан һуң һыуҙы кәстрүлгә ҡойоп, тағы бер ҡайнатып алығыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, әҙер һутты банкаларға ҡойоп консервалағыҙ.