Скутер – ике тәгәрмәсле үлемме?10.08.2012
Скутер – ике тәгәрмәсле үлемме?Ауыл янына килеп туҡтаған автобустан төшкәс, уңға, һулға ҡарап юлды сыға башлағайным, ағастар араһындағы һуҡмаҡтан, бал ҡорто күсе һымаҡ геүелдәп, скутерға атланған малайҙар өйөрө пәйҙә булды. Албырғап ҡалдым. Ҡурҡҡанды күреп, улар мине һырып та алды. Эргәмдә өйөрөлөп-өйөрөлөп, хахылдашып, үҫмерҙәр артабан китеп барҙы. Сәстәрем үрә торған килеш юл уртаһында бер килке торҙом әле…

Малайҙарҙы таныйым. VI-VII класта уҡыйҙар. 13-14 йәшлек балалар. Ҡар иреп, юлдар асылыу менән ауылдың баш ауырыуына әйләнәләр. Алдын-артын ҡарамай, бер өйөр булып урамдан елдерәләр. Бәләкәсерәктәр велосипедта йөрөй, ҙур тиҙлек менән машина килә йә бала-сағаның ҡапыл юлға йүгереп сығыуы мөмкин, тип уйлап та бирмәйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы ғына алынған скутерҙа йүнләп йөрөй белмәгән килеш оло юлға сығып, үҙен дә, артында ултырған иптәшен дә ниндәй ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғанын аңламай улар. Был хаҡта, әлбиттә, ата-әсәләр уйланырға, баланы тыйырға, хәүефһеҙлек сараларын аңлатырға тейеш.
Бынан биш йыл самаһы элек Рәсәйҙә мотоавариялар һаны ҡапыл артты. Сәбәбе ябай: сағыштырмаса арзан Ҡытай мопедтары, скутерҙары һатыуға күпләп сығарыла башланы. Эксперттар билдәләүенсә, беҙҙең илдә әле 250 – 300 мең скутер һәм мопед һатып алынған. Федераль таможня хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл һайын Рәсәйгә 20 – 30 меңләп ошондай транспорт төрө индерелә. Рәсәйҙә йыл һайын мопед, скутер, мотоциклдарға бәйле 5 меңдән ашыу авария теркәлә, 600-гә яҡын кеше һәләк була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистик күрһәткестәр һаны йылдан-йыл 10 процентҡа арта. Былтыр Башҡортостанда ғына мототранспорт водителе ғәйебе менән 199 авария теркәлгән, 27 йәш кешенең ғүмере өҙөлгән, 238 кеше төрлө тән йәрәхәте алған. Шуныһы уғата үкенесле: мототранспортта һәләк булыусыларҙың йәше 16 – 24 араһында тирбәлә.
Юл ҡағиҙәләренә ярашлы, 16 йәшкә еткән граждан, водитель танытмаһы алмайынса, оло юлға сығыу хоҡуғына эйә. Скутер хаҡының да осһоҙ булыуын иҫәпкә алғанда, ул үҫмерҙәр һәм баҡсасылар, пенсионерҙар араһында бик популяр транспорт булып китте. Ике тәгәрмәсле арбаға ултырыр өсөн бер нәмә лә талап ителмәй: медицина тикшереүе үтмәйһең, имтихан тапшырмайһың. Елдер ҙә елдер!
Тик скутерҙа йөрөүселәрҙең юл-транспорт ваҡиғаларында күп осраҡта һәләк булыуын иҫәпкә алып, транспорттың был төрөн бөтөнләй тыйырға тигән фекер йәмғиәттә көндән-көн нығына. Әлбиттә, тыйыу проблеманы хәл итеү юлы түгел. Әгәр скутер хужаһынан махсус таныҡлыҡ алыуын талап иткәндә, юлдарҙа тәртип урынлаштырып булыр ине. Европа һәм Азия илдәрендә скутерҙа йөрөүселәр күп. Был транспорт автомобилгә альтернатива кеүек ҡабул ителә. Техника, бер яҡтан, осһоҙ, икенсе яҡтан, урынды әҙ ала. Күпселек ҡалалар автомобиль тығындарынан йонсоған ваҡытта, скутерҙар ярҙамында әлеге проблеманы ла хәл итергә булыр ине. Шуға ла был илдәрҙә скутерҙа йөрөүселәрҙе хуплайҙар. Европала, АҠШ-та скутерға идара итеү өсөн махсус курс үтеп, таныҡлыҡ алырға кәрәк. Беҙҙең илдә иһә был шарт ҡаралмаған, шуға ла скутерҙа йөрөүселәр күбәйә, һәләк булыусылар һаны арта.
Башҡортостан буйынса Юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов белдереүенсә, ЮХХДИ инспекторҙары скутерға атланған йәштәргә ҡаршы бер нисек тә көрәшә алмай. Шлемы һәм водитель таныҡлығы булмаған мопедҡа идара итеүселәргә штраф һалыу мөмкин түгел. Дәүләт Думаһы депутаттары был мәсьәләне хәл итеүгә тотонмайынса, юлдарҙа тәртип урынлаштырып булмаясаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫмерҙәр ҙур ҡалала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тейешенсә баһалап еткермәй, шуға ла йыш ҡына ҡорбан була ла. Йыл башынан республикала скутерҙа йөрөүселәр ҡатнашлығында 36 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Һөҙөмтәлә өс кеше һәләк булған, 33 кеше төрлө тән йәрәхәте алған.
Дәүләт Думаһына скутер хужаларына транспортҡа идара итергә рөхсәт биреүсе мотлаҡ танытма булдырыу буйынса закон проекты әҙерләнеп тапшырылған, ул тиҙҙән ҡараласаҡ. Ул ҡабул ителһә, моғайын, юлдарҙағы хәл яҡшырыр.

25 май. Баш ҡаланың Цюрупа һәм Киров урамдарындағы киҫелештә “НефАЗ” автобусы ғәйебе менән скутерҙа барыусы ир һәләк була. Был фажиғә эргәһендә тыуған шау-шыуға “Өфөнет” камералары нөктә ҡуя. Тәүҙә “НефАЗ” водителе ғәйепте мотоцикл хужаһына япһарып маташҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҡиҡәт асыҡланғандан һуң водитель үҙенә үҙе ҡул һалған.
29 май. Дүртөйлө – Нефтекама юлында скутер водителе һәләк була. Киске сәғәт етеләр тирәһендә “Рено Логан” автомашинаһы менән мопед бәрелешә. Мотоциклда елдергән 21 йәшлек егет юлдың ҡаршы һыҙатына сыға.
20 июнь. Кушнаренко районында скутер хужаһы тиҙлеген арттырған. Шуға ла юлдан осҡан һәм авария урынында һәләк булған.
29 июнь. Белорет – Учалы – Мейәс юлында “Дэу Нексия” автомобиле скутерзы бәрҙерә. Сит ил машинаһының водителе, алдан барған машинаны уҙып китергә ниәтләп, юлдың ҡаршы һыҙатына сыға һәм мотороллерҙы абайламай ҡала. Машина водителе иһә быны инҡар итә. Ул, ҡаршы һыҙатҡа сыҡманым, бары тик ситкә шылдым, тип бара. Нисек кенә булмаһын, Учалы ҡалаһынан 14 йәшлек малай авария урынында уҡ йән бирә.

Рәмил:
– Йыл буйы йыйған аҡсама скутер һатып алдым (был малай ҡуян үрсетеп һата – авт.) Ҡала урамында уға атланып йөрөргә ҡурҡыр инем. Ә ауылда ни, рәхәт. Водитель танытмаһы кәрәкмәй, бер ерҙә лә теркәлмәйһең. Уртаса тиҙлекте 50 километрға еткерергә була. Хәҙер бар эшемде лә тиҙ башҡарам. Ҡуяндарға бесән алып ҡайтам, әсәйемде, һылыуымды еләккә алып йөрөнөм, кис дуҫым менән балыҡҡа барабыҙ. Миңә ҡалһа, уңайлы транспорт, тик ҡалала ул, ысынлап та, хәүефле.

Лира МӘҠСҮТОВА:
– Быйыл әсәйемә 65 йәш тулды. Юбилейыңа ниндәй бүләк алайыҡ, тип һорағайныҡ, скутер тип аптыратты әле. Үҙе Дим биҫтәһендә йәшәй. Баҡсаһына барыу уңайһыҙ. Автобустар бик йөрөмәй, булғаны ла шығырым тулы. Шуға ул күптән скутер тураһында хыялланған икән. Йәш саҡта әсәйем мотоциклда елдереп йөрөгән. Шуға уның өсөн хафаланһаҡ та, апайҙарым менән йыйылышып, скутер алып бирҙек. Әлбиттә, ҡурҡыта. “Баҡсаға барып еттем!” – тигән хәбәрҙе хәүефләнеп көтөп ултыраһың. Шулай ҙа йөрөй әсәйебеҙ баҡсаға. Аяғым һыҙлай, тип зарланмай хәҙер.

Луиза ҒӘЛИМОВА, табип:
— Мин йәштәрҙең скутер менән мауығыуына ҡырҡа ҡаршымын. Бала үҙенә янаған хәүефте аңлап еткермәй. Шуны ата-әсәләргә иҫтән сығарырға ярамай. Һаҡланыу сараһын да күрмәйҙәр. Фажиғәгә тарыған хәлдә, башлыса, ҡаза күреүселәрҙең башы яралана. Ә был иң ҡурҡыныс йәрәхәттәрҙең береһе. Хатта сәғәтенә 20 саҡрым тиҙлектә барған саҡта ла үлемесле яра алыу ихтималлығы бар. Скутерҙан тиҙлек менән барған саҡта ҡолаған хәлдә, аяҡ-ҡулды һындырыу, тире әрселеүе һәм башҡа яраларҙы оҙаҡ дауаларға кәрәк буласаҡ. Яңыраҡ дауаханаға скутерҙан ҡолаған 13 йәшлек үҫмерҙе алып килделәр. Бер ай дауаланыҡ. Яңы алынған скутерҙа беренсе тапҡыр йөрөргә сыҡҡан булған һәм юлдан төшөп киткән. “Скутерымды иртәгә үк һатам”, – тип сыҡты.

Данил, уҡыусы:
– Туғыҙынсы класты “яҡшы” билдәләргә генә тамамлаһам, атай-әсәйем скутер алып бирергә вәғәҙә иткәйне. Ҡыш буйы йәй мотоциклда елдерермен тип хыялландым. Тик көнө килеп еткәс, уның шулай уҡ хәүефле булыуын да уйлап, был бүләктән баш тарттым. 30 меңлек скутер урынына шәп фотоаппарат барып алдыҡ. Матур-матур фотолар төшөрөп тә өлгөрҙөм.
Лилиә НУРЕТДИНОВА


Вернуться назад