Үҙе лә бал ҡорто кеүек10.08.2012
Үҙе лә  бал ҡорто кеүекҠатын-ҡыҙ бөгөн ниндәй генә һөнәрҙе үҙ итмәй. Улар араһында юҡты бар итергә, төрлө кәсепкә тотоноп, табыш алырға тырышыусылар бихисап!
Мәшәҡәтле, әммә табышлы тармаҡтарҙың береһе — умартасылыҡҡа һуңғы ваҡытта иғтибар көсәйә бара. Боронғо ата-бабаларыбыҙҙан күсә килгән шөғөлдө үҙләштереүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың да осрауы берсә һоҡландыра, берсә ғәжәпләндерә. Нисек умартасы булырға тәүәккәллек иткән, тип тә уйлап ҡуяһың. Ошондай умартасыларҙың береһе Мәҙинә Ибраһимова Әбйәлил районында йәшәй. Өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен умартасылыҡҡа бағышлаған. Мәҙинә Рәсих ҡыҙы менән умартасылыҡ тармағының бөгөнгө хәле, уның проблемалары, ғөмүмән, башҡорт балы хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Әбйәлилдәрсә әйткәндә, “Пчелка Майя” нисек итеп умартасылыҡҡа тотонорға баҙнат итте икән?
— (Рәхәтләнеп көлә). Тормош үҙе ҡушты тиергә лә булыр ине. 1985–2000 йылдарҙа райондың ауыл хужалығы идаралығында Стәрлетамаҡ район-ара берекмәһенең умартасылыҡ буйынса зоотехнигы булып эшләнем. Ул ваҡытта районда алты меңгә яҡын бал ҡорто умартаһы иҫәпләнде. Хәтеремдә, умартасылыҡ менән һәр хужалыҡ, һәр бүлексә шөғөлләнде, мул уңышҡа өлгәшелде. 1989 йылда “Урал” совхозынан Рәйес Әхмәтовтың 3 222 килограмм бал тапшырыуын, йыл һайын бер умартанан кәмендә 15 – 22 килограмм бал алыуын күптәр әле лә иҫләйҙер. Ул ваҡытта миңә һәр хужалыҡтың умарталығына ат егеп йөрөргә тура килде, сөнки белгестәр өсөн транспорт булманы.
Ул саҡта умартасылыҡ, файҙалы булыуына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығында киң таралыу тапманы, был кәсеп менән шөғөлләнеүселәргә иғтибар булманы. Ә инде 90-сы йылдарҙа ҡатмарлыҡтар башланды: Өфөлә умартасылыҡ буйынса агентлыҡ ябылды, артабан зоотехник вазифалары бөтөрөлдө. Тәғәйен генә белгес булмағас, тармаҡ аҡрынлап юҡҡа сыҡты.
— Шул осорҙа һеҙ был кәсепкә ныҡлап тотонорға ҡарар итәһегеҙ...
— Ҡыҫҡартыуға эләккәс, төрлө эш менән шөғөлләнеп алдым. Әммә күңелгә яҡыны осраманы. Ҡайтанан умартасылыҡҡа килеүемә һис тә үкенмәйем. Кеше үҙе белгән эште башҡарырға тейеш, шул саҡта ғына ул файҙа килтерәсәк. Бөгөн умартасылар етерлек. Күптәр, унан тиҙ табыш алырға хыялланып, тәрән яңылыша. Умартасылыҡ бик нәзәкәтле, ҙур яуаплылыҡ, уңғанлыҡ талап итә, үҙеңә лә бал ҡорто кеүек эшһөйәр булыу мотлаҡ.
Шуныһы ҡыуаныслы: республика Хөкүмәтенән дә иғтибар бүленә башланы, мөмкинлектәр күбәйгәс, тармаҡта эш йәнләнде. Иң мөһиме — йәштәр күбәйә төштө. Билдәле булыуынса, бөгөн ҡортсолоҡ күпселектә шәхси ҡулдарҙа. Мәҫәлән, Әбйәлил районының хужалыҡтары араһында “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативының ғына үҙ умарталары бар. Көньяҡ Уралда башҡорт ҡорттарының төп генофондын һаҡлаған төбәктәрҙең береһе булып һанала. Әле райондың шәхси хужалыҡтарында өс меңгә яҡын күс бар. Үткән йәй баш ҡаланан килгән белгестәр менән берлектә райондағы һәр умарталыҡта булып, уларҙағы бал ҡорттарының генофондын тикшерҙек, быйыл шуларға махсус документтар биреләсәк.
— Әбйәлилдә ниндәй ҡорттар күберәк осрай һуң?
— Беҙҙең төбәктә башҡорт һәм урта ҡорттарының районлаштырылғандары күберәк. Уларҙың генофондын һаҡлап ҡалыу буйынса Башҡортостан дәүләт аграр университетының Сибайҙағы Урал аръяғы филиалы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эш алып барабыҙ. Уҡыу йортоноң үҙ умарталары, лабораторияһы бар, улар беҙҙең яҡтағы бал ҡорттарын ентекле өйрәнә, ғалимдар фәнни нигеҙҙә эшләй. Беҙ шулай уҡ институттан аталанған һәм аталанмаған инә ҡорттар алыу мөмкинлеген таптыҡ. Шуныһын да әйтке килә: филиалда умартасылыҡ һөнәрҙәренә уҡытыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш яйға һалынған, теләүселәр түләүле курста белемен камиллаштыра. Институттың “Агротехнология” кафедраһы доценты, биология фәндәре кандидаты Әбделхәй Талипов йыл һайын райондың ике-өс умартасыһын ике аҙналыҡ курста уҡытыуҙа ярҙам күрһәтә. Тимәк, кадрҙар мәсьәләһе буйынса ҡытыршылыҡтар юҡ. Өс тиҫтәгә яҡын йыл умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе булараҡ, шуны әйтер инем: барлыҡ хужалыҡтар ҡортсолоҡ менән шөғөлләнһен ине, сөнки ул ҙур сығым талап итмәй, табышлы.
— Әҙер продукцияны һатыу нисек ойошторолған? Белеүебеҙсә, умартасылар күпселектә үҙ балын үҙе һата...
— Тәүҙәрәк ҡорт балын һатыу ауырға төшә торғайны. Бөгөн баҙар шарттарында был мәсьәлә бер аҙ еңелләшә төштө, бал тәмләргә теләүселәр күбәйҙе, уның файҙаһын тойоусылар артты. Йыл һайын көҙ айҙарында йәрминкәләр ойошторолоуы ла эшҡыуарҙар өсөн отошло. Үткән йыл, Аҡъярҙа, Учалы һәм Сибай ҡалаларында үткән бал йәрминкәләрендә ҡатнашып, ярайһы уҡ табыш алдыҡ. Республикала үткәрелгән ярыштарҙа, төрлө конкурста ҡатнашыу үҙ балыңа реклама яһауға тиң, шуға күрә бер ярышты ла ҡалдырмаҫҡа тырышам. 2000 йылда республика делегацияһы составында Мәскәүҙәге ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашыуым һис тә оноторлоҡ түгел. Унда беҙ бер тонна бал һаттыҡ, биш миҙалға лайыҡ булдыҡ.
— Һеҙҙе ниндәй проблемалар борсой?
— Районды Үзбәкстандан, Кавказдан һәм Карпат яҡтарынан килтерелгән бал ҡорттарының баҫып ала барыуы ныҡ борсоуға һала. Магнитогорск ҡалаһынан бәғзе берәүҙәр бер тапҡыр файҙаланылған пакеттарҙа уларҙы йөҙәр оя итеп беҙҙең яҡтарға ултырта. Көҙ, балын һығып алғас, ояларҙы ауҙарып, ҡорттарын түгеп ҡайтып китәләр. Ояһыҙ ҡалған ҡорттар беҙҙекеләргә һөжүм итә. Был хәл ҙур зыян килтерә, районлаштырылған бал ҡорттарының генофондына хәүеф янай. Сит бауырҙы район биләмәһенә индермәҫ өсөн район ветстанция вәкилдәренең тырышлығы ғына етмәй. Бында район етәкселегенән, хатта республика Хөкүмәтенән дә тейешле ярҙам булырға тейеш. Башҡорт балы донъя кимәлендәге брендын булдырыуға өлгәшкән икән, тимәк, райондарҙа ла умартасылыҡҡа етди иғтибар бүленергә хаҡлы. Башҡорт балы, башҡорт бал ҡорто милли ғорурлығыбыҙ икәнлеген аңларға ваҡыт. Районда умартасы хеҙмәтенә иғтибар юҡ, йәнәһе, шәхси умартасылар үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнарға тейеш, тигән хаталы ҡараш йәшәй. Мәҫәлән, ни өсөн районда үткән йыл йомғаҡтары, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көндәрендә, “Иң яҡшы умартасы” номинацияһын булдырып, алдынғыларҙы билдәләмәҫкә? Шулай уҡ райондарҙың ауыл хужалығы идаралығында умартасылыҡ буйынса штатты ҡайтанан асмаҫҡа? Әгәр бөгөн республикала 2011 – 2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш райондарҙа ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса маҡсатлы программа бар икән, уға бәйле проблемалар ҙа хәл ителергә тейеш. Үрҙә телгә алынған мәсьәләләрҙе хәл итмәй тороп, районда умартасылыҡты үҫтереү мөмкин булмаясаҡ.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.


Вернуться назад