Өфөлә, ниһайәт, аквапарк буласаҡ!09.08.2012
Өфөлә, ниһайәт, аквапарк буласаҡ!Республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфө көндән-көн үҫә, матурлана, һуңғы осорҙа Рәсәй генә түгел, донъя кимәлендәге фән, ғилем, тарих, сәнәғәт, мәҙәниәт, спорт үҙәгенә әүерелә бара. Төрлө тарафтан килгән ҡунаҡтар күңелендә баш ҡалабыҙ, һис шикһеҙ, һәр яҡлап һоҡланыу тыуҙырырға тейеш.

“Республикабыҙ тормошонда Өфөнөң әһәмиәтен һәр саҡ аңланыҡ һәм аңлайбыҙ. Уға ярҙам иттек һәм итәсәкбеҙ. Өфө Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалаһы булһын өсөн тырышасаҡбыҙ”, — тигәйне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. Уның әйткәне һүҙҙә генә ҡалмай, аныҡ, эҙмә-эҙлекле эштәр, проекттар менән нығытыла. Маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың командаһынан ҙур яуаплылыҡ талап итә.
Бөгөн Өфөлә ҡайҙа ҡарама — йүнәтеү, яңыртыу эштәре, киң ҡоласлы төҙөлөш... Шуларҙың иң әһәмиәтлеләренең береһе тураһында һөйләмәксебеҙ. Өфөлә, ниһайәт, аквапарк буласаҡ!
“Планета” комплексы ҡаланың “Глумилино” тип аталған биҫтәһендә, Салауат Юлаев проспектының бер осонда төҙөлә, 15 гектарҙан ашыу майҙанды биләйәсәк. Уның төп өлөшө — аквапарк. Шулай уҡ бында гипермаркет менән сауҙа-күңел асыу үҙәге, сауҙа галереяһы, кинокомплекс һәм ресторан, кафелар урын аласаҡ.
Аквапарк ете ҙур һырғалаҡтан торасаҡ. Заказсы ойошма вәкилдәре белдереүенсә, был төрлө илдәрҙә ҡулланылған проектҡа оҡшаш. Аквапаркты төҙөгәндә һәм уны биҙәгәндә милли үҙенсәлек иҫәпкә алынасаҡ.
Өфөлә, ниһайәт, аквапарк буласаҡ!Алты йыл элек нигеҙ һалынған, әммә иҡтисади көрсөккә бәйле төҙөлөшө туҡтап ҡалған “Планета” комплексының төп өлөшө 2013 йылдың яҙында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Һәр хәлдә ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ошо ваҡытҡа эште теүәлләүҙе бурыс итеп ҡуя, сөнки төҙөүселәр график буйынса әле теүәл бер айға һуңлай.
— Беҙ өфөләргә аквапарк киләһе йылдың яҙында асыласаҡ тип вәғәҙә бирҙек һәм ошо ваҡытҡа өлгөртөргә кәрәк, — тип ҡаты талап ҡуйҙы Ирек Ялалов төҙөлөш майҙансығында булғанда.
Хакимиәт яңы комплекс тирәләй транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә айырым иғтибар бүлә. Бында шәхси машиналарҙы ҡуйыу өсөн автоҡуналҡа ғына түгел, йәмәғәт транспорты туҡталыштары булдырыу ҙа күҙ уңында тотола. Аквапарк тирәләй тотош бер транспорт үҙәге булдырыласаҡ.
Сипайлово урамы аша йәйәүлеләр өсөн үткәүел, Салауат Юлаев проспектында өҫтәмә юл айырсаһы төҙөү ҙә ҡарала. “Планета” сауҙа-күңел асыу комплексы проектының дөйөм хаҡы ете миллиард һумға барып баҫа. Төҙөлөшкә бөгөн 600 самаһы эшсе йәлеп ителгән.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ


Вернуться назад