Баш ҡаланан 14 йәшлек үҫмер Өфө дәүләт авиация техник университетына ҡабул ителде. Ул “Практик математика һәм информатика” йүнәлеше буйынса уҡыясаҡ, тип хәбәр итте вуздың матбуғат хеҙмәте.
Был юғары уҡыу йортонда һәм уның филиалдарында беренсе курста Рәсәй бюджеты иҫәбенә 1569 кеше белем аласаҡ. Конкурста бер урынға уртаса 14,7 кеше дәғүә иткән. “Иҡтисад” йүнәлешенә бөтәһе 483 ғариза бирелгән, уҡырға инеү өсөн 240 балл йыйырға кәрәк булған.
Былтыр әҙерлектең өс йүнәлешенә генә ғариза бирергә мөмкин ине. Быйылғы ҡабул итеүҙең үҙенсәлеге шунда: уҡырға ингәндә льготаһы йәки маҡсатлы йүнәлтмәһе булған абитуриент бер вузға һәм бер генә йүнәлешкә белем тураһындағы документтың төп нөсхәһен тапшырырға тейеш. Быйыл Өфө дәүләт авиация техник университетына ингәндә 57 кеше льготанан файҙаланған.
Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса 258 абитуриент ҡабул ителгән, уларҙың 205-е — предприятиеларҙан, 49-ы — райондарҙан, дүртәүһе — Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән.
Л. ФӘРИТОВА.