Фәнзил САНЪЯРОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғариф комиссияһы рәйесе, БДУ доценты:— Мәғариф буйынса республика кәңәшмәләренең төбәктә белем биреү өлкәһен үҫтереүҙә әһәмиәте һәр саҡ ҙур булды. Сараға әҙерлек мәлендә райондарҙа яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары барлыҡҡа килә, юлдар төҙөкләндерелә. Кәңәшмәлә республика етәкселәренең, район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының, төрлө ойошма вәкилдәренең ҡатнашыуы мәғарифтың өҫтөнлөклө йүнәлеш икәнлеген, уның мәсьәләләре барыбыҙ өсөн дә уртаҡ булыуын тағы ла бер раҫлай.
Өлкәләге үҙгәрештәргә килгәндә, улар һәр заманда ла булды. Тормош бер урында тормай, тимәк, белем биреү ҙә уның менән йәнәш атларға тейеш. Әммә, минеңсә, барыһын да аҡсаға бәйләп, үткәндәр менән бәйләнештең өҙөлөүенә юл ҡуйыу дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, ҡулайлаштырыу тулҡынына эләккән белем усаҡтары араһында бай тарихлы, заманында бер нисә район балаларын уҡытып сығарған, тимәк, республикабыҙҙы кадрҙар менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергән абруйлы мәктәптәр бар. Тыуым бит үҙгәреп тороусан — быйыл балалар әҙерәк булһа, бер-ике йылдан мотлаҡ күбәйәсәк. Республика етәкселеге тарафынан халыҡты ер эшенә яҡынайтыу маҡсатында күп эш башҡарыла, йүнселлек үҫеш ала. Һөҙөмтәлә йәштәр ҙә ауылда тормош көтөүгә ихлас тотона. Тимәк, тәү сиратта мәғариф учреждениеларына ихтыяж артасаҡ.
Туған телдәрҙе уҡытыуҙа һиҙелерлек уңышҡа өлгәштек тип әйтергә мөмкин, әммә бер урында туҡтап ҡалырға ярамай. Уҡытыусыларҙы ныҡышмалыраҡ, үткерерәк булырға саҡырам. Үҙ фәнеңде күңелеңде һалып өйрәтәһең икән, уны уҡыусылар мотлаҡ яратасаҡ.
Барлыҡ мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эшендә уңыштар теләйем.
Д. ИШМОРАТОВА яҙып алды.