Туған мөхитте татып...09.08.2012
Туған мөхитте татып...Быйыл гәзитебеҙҙең 5 июль һанында “Күләүектә Йыһан сағыла” тигән мәҡәләм баҫылғайны. Унда халҡыбыҙ яҙмышына ҡарата күрәғарау булмайыҡ, тип әйттем. Ошо фекеремде “Йәйләү”ҙә ял итеүсе балалар тағы бер тапҡыр иҫбат итте.

Быйыл ун дүртенсе тапҡыр “Йәйләү”гә һәләтле балалар йыйылды. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы үҙ ҡанаты һәм хәстәрлеге аҫтына алған был ял үҙәгендә республикабыҙҙың 48 районынан, 20 ҡалаһынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Мәскәүҙән йәмғеһе 118 бала кинәнде. “Йәйләү”, “Башҡорт мәҙәниәте” программаһы нигеҙендә төҙөлөп, Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланды һәм йыл һайын республикабыҙҙың берәй районында үткәрелә. Быйыл был яуаплы һәм үтә лә ҡатмарлы, әммә изге бурыс Ейәнсура районы хакимиәте иңенә төштө.
Яуаплы, сөнки райондарҙа, ғәҙәттә, ошонда йәшәгән балалар өсөн генә лагерҙар ойошторола. Ә бында илебеҙҙең һәр тарафынан килгән балалар ҡабул ителә. Өҫтәүенә башҡа райондарҙа үткәрелгән “Йәйләү”ҙәр менән сағыштырып ҡарап, баһалауға мөмкинлек бар.
Ҡатмарлы, сөнки программаға ярашлы тәрбиә эштәре фәҡәт туған телдә алып барыла, тимәк, белгестәр халыҡ ижады, тарих, экология, мәҙәниәт, фольклор, этнография буйынса әҙерлекле булырға тейеш. Был ял үҙәгенә балалар һайлап алына. Уларҙың ниндәй ҙә булһа олимпиадала, конкурста еңеүе мотлаҡ. Әлбиттә, һәләтле балалар менән эшләү өсөн тәрбиәсенән дә, әйҙәүсенән дә (вожатый) һәләтлелек, тырышлыҡ талап ителә. Балаларҙы төркөмдәргә бүлеү ырыу атамаһына ярашлы хәл ителә һәм ырыу тарихы аша дөйөм халыҡтың үткәненә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, традицияһына ҡыҙыҡһыныу уятыла. Шулай итеп, баланың физик именлеге генә түгел, рухи сәләмәтлеге лә күҙҙән ысҡынмай.
Изге эш, тинек. Балаға халыҡтың рухи байлығына асҡыс фәҡәт туған тел икәнлеген төшөндөрөү һәм уның үҙенең нигә һәләтле булыуын аңлап ҡайтыуы — төп маҡсаттарҙың береһе. Быйылғы “Йәйләү”ҙе үткәреү урынын билдәләү ҡатмарлы ғына булды, сөнки Ейәнсура районы республикабыҙҙың иң алыҫ төбәктәренән иҫәпләнә. Уның ҡарауы, иҫ китмәле хозур тәбиғәте менән “Ал елкән” тип аталған район лагеры конкурста еңде һәм өс аҙналыҡ “Йәйләү” бында үткәрелде.
Лагерҙы ойоштора башлаған мәлдә был эштә туранан-тура ҡатнашырға, ғилми етәксе вазифаһын башҡарырға тура килгәйне. Аҙаҡ, ваҡыт наҡыҫ булғанлыҡтан, ҡунаҡ булып, осрашыуҙарға ғына йөрөлдө. Быйыл, үҙемдең тыуған еремдә үткәрелгәс, тағы ғилми етәксе вазифаһында ҡатнаштым.
Балалар бынан ун дүрт йыл элек булғандан ярайһы уҡ айырыла. Мәғлүмәтлеләр, интернет аша аралашыу уларҙың фекер йөрөтөү кимәленә йоғонто яһамай ҡалмаған, аралашыу даирәһе киң. Әммә мәҙәниәтте һәм туған телен белеү йәһәтенән ҡайтыштар. Тәүге йылдарҙа, әйтәйек, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеүгә ихластар ине, үҙ-ара аралашыу фәҡәт туған телдә алып барылды. Смена башында бер нисә бала әсә телендә һөйләшергә ҡыйынһынһа ла, туҡтауһыҙ йырлау, башҡорт мөхитендә йәшәү уларҙың аралашыу теленә ныҡ йоғонто яһай торғайны. Быйыл иһә, төрлө саралар менән тәьҫир итеп ҡаралһа ла, быға өлгәшеп булманы. Үкенес кенә түгел, халҡыбыҙҙың, телебеҙҙең киләсәгенә ҡарата оло хәүеф был. Таҙа башҡорт ауылдарынан килгәндәр генә матур телмәре менән кинәндергәйне, улары ла: “Мәрйәм апай, ни эшләп беҙгә хәҙер “Тормош һабаҡтары” урынына “Культура Башкортостана” уҡыта башланылар ул? Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре лә ҡыҫҡартылды...” — тип аптыранды.
Ә “Йәйләү”гә ял итергә килгән балаларҙың ҡыуанысы һуң? Улар бит ситлектән сығарылған ҡош һымаҡ тойҙо үҙҙәрен. Туған телдә йырлау, башҡорт көйөнә бейеү, әсә телендә алып барылған саралар уларҙы дәртләндереп ебәрә ине. Ғаиләлә атай-әсәйҙәренең күрәғараулығы арҡаһында бөрөштөрөлгән күңел ҡанаттары яҙыла бында. Һауа иркенлеген, йылғалар киңлеген, тауҙар бейеклеген тоймай, уның ни икәнлеген дә аңламай йонсоған ҡош балаларындай, сабый күңелдәр иркен тын ала үҙ мөхитендә. Улар аҙға ғына булһа ла тәбиғәт биргән оло бәхетте татый, илай-илай ҡыуана. Аҙ ғына ваҡыт эсендә күҙҙәрендә ошо бәхет нуры балҡып ҡала. “Йәйләү” — улар өсөн туған мөхиткә ҡайтып әйләнеү мөмкинлеге. “Йәйләү” — тәбиғилеккә ҡайтыу.
Балаларға нисәнсе тапҡыр инде ошондай мөмкинлек тыуҙырғаны өсөн, әлбиттә, Башҡортостандың Мәғариф министрлығына ҡат-ҡат рәхмәт әйтке килә. Мәҡәләгә өҫтәп, үрҙә яҙылған фекеремде раҫлап, “Йәйләү”гә балаларын күрергә килгән атай-әсәйҙәр һәм ял итеүселәр менән әңгәмәләрҙе һүҙмә-һүҙ килтермәһәм, йөкмәтке тулы булмаҫ, ә әйтер фекер аныҡланмаҫ.
Атай кеше: “Балама ҡиммәт хаҡҡа лагерға юллама һатып алғайным. Бер аҙна ла йөрөмәне, “Йәйләү”гә барам, тип ҡайтты ла килде. Былтыр булғайны, шул тиклем оҡшатҡан. Һеҙ ҙә күрегеҙ, тип саҡырғанға килдек әле. Ысынлап та, алыҫтан уҡ башҡорт көйөн ишетеп, күңел тулып китте”.
Бер өләсәй менән һөйләшеү:
— Ейәндәремдең башҡортса йырлап, бейеп йөрөгәнен, балаларҙың кинәнеп уйнағанын күреп, күҙгә йәш килә. Ҡайһылай рәхәтләнәләр!
— Ә ни эшләп үҙ балаларығыҙҙы ошо рәхәтлектән айырҙығыҙ һуң? Өйҙә, ғаиләлә ошо бәхет солғанышында үҫтерергә кем ҡамасауланы?
— Заманы шулай ине бит.
— Сиғандар ҙа ошо уҡ заманда йәшәне бит, әммә бер сиған ҡатынының да үҙ балаһы менән ят телдә һөйләшкәнен ишеткәнем юҡ. Һеҙ бит күрәләтә балағыҙҙы туған мөхиттән айырғанһығыҙ, милләттең киләсәген ҡоротоуға өлөш индергәнһегеҙ.
— Һеҙ үтә оло ғәйеп ташлайһығыҙ.
— Ғәйебе түгел, хатаһы оло уның, ошондағы йөҙ егерме баланың күбеһе туған телһеҙ. Тел булмаһа, милләт буламы?
Туған телен белмәгән бер бала менән һөйләшәм. (Уға ун дүрт йәш).
— Атайыңдың милләте кем?
— Башҡорт.
— Әсәйең?
— Башҡорт.
— Өйҙә ниндәй телдә аралашаһығыҙ?
— Урыҫ телендә.
— Әле үҙеңде нисек тояһың?
— Ущемленным. Я чужой среди своих. Ребята учат меня родному языку. Я уже выучил тридцать слов. Гимн Башкортостана пою. Приеду — обязательно куплю словарь. С ребятами буду общаться на башкирском.
Һәр саҡ ситтәрәк йөрөгән, әллә ни аралашып бармаған, әсәһе менән туҡтауһыҙ телефондан һөйләшкән бер балаға өндәшәм:
— Ты с мамой говоришь на русском. Она же башкирка.
— Да. У меня папа русский.
— Хорошо. Но и мамин язык ты должна знать. Хотя бы несколько слов.
— Я не буду изучать башкирский язык. Я крещенная.
Башҡорт районынан килгән бер уҡыусы:
— Мәрйәм инәй, икенсе йыл да “Йәйләү”гә эләгер өсөн ни эшләргә кәрәк?
— Күреп тораһың: иң тәүге шарт — башҡортса белергә.
— Бында белмәгәндәр ҙә күп бит.
— Ниндәйҙер конкурста еңеүсе булғандарҙыр. Беҙ бит имтихан аша үткәрмәйбеҙ.
— Ә ни эшләп ҡаланан килгән башҡорт балалары әллә нисек һөйләшә ул? Һүҙҙәре башҡортса, һөйләмдәре урыҫса. “Ҡасан мин ашарға барғанда”, “Был минеке урын...” тиҙәр. Әллә нисек инде. Башҡорт теле йәл булып китә...
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.


Вернуться назад