Һәр кемдең күңелендә аҫабалыҡ тойғоһо йәшәһен09.08.2012
Ер йөҙөндә йәшәүсе һәр халыҡ үҙенә генә хас изге йолалары, йыр-моңдары менән донъя мәҙәниәтен байытыуға ҙур өлөш индерә. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында оҙаҡ йылдар һуҙымында бихисап халыҡтар юҡҡа сыҡҡан. Нәҡ төп халыҡтарҙың мәҙәниәт, мәғариф, кеше хоҡуҡтары, тирә-яҡ мөхит, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкәләрҙәге проблемаларын хәл итеүҙә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу йәһәтенән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының 1994 йылдағы ҡарарына ярашлы 9 август Бөтә донъя аҫаба халыҡтар көнө итеп билдәләнә.
БМО мәғлүмәттәре буйынса, Ер шарының 70 илендә аҫаба халыҡтарҙың 5 меңдән ашыу төркөмө донъя күрә. Аҫаба тип үҙенең төп, тарихи ерҙәрендә йәшәгән ерле халыҡ атала. Рәсәйҙә был төркөмгә йөҙләгән милләт инә.

Рәшит ШӘКҮР, ғалим, шағир:
– Йыш ҡына Мәскәүҙә нәшер ителгән “Коренное население. Глобальное стремление к справедливости. Доклад для Независимой комиссии по международному вопросу” тигән китапты уҡыйым. Унда аҫаба халыҡтарҙың хоҡуҡтары, проблемалары, Ер йөҙөндәге милләттәрҙе һаҡлау йәһәтенән тейешле саралар күрһәтелгән, халыҡ-ара нормалар билдәләнгән. Беҙгә ошондай хеҙмәттәрҙе уҡып, социаль проблемаларҙы, халыҡтың телен, рухи байлығын, халыҡ-ара нормаларҙы өйрәнеп эш итергә, уны Рәсәй кеүек үҙгәреүсән илдә ҡуллана белергә кәрәк. Власть башындағы ҡайһы бер әҙәмдәр күп ваҡыт артыҡ юғарынан ҡарай, илдәге, донъялағы ҡиммәттәрҙе баһалап бөтмәй.
Бик кәрәкле байрам был. Халыҡ-ара йәмәғәтселектең, донъялағы алдынғы ҡарашлы кешеләрҙең аҙ һанлы халыҡтарҙың йәшәйешенә, яҙмышына бәйле борсолоуын билдәләй торған көн. Ер шарындағы һәр милләттең донъя цивилизацияһына индергән өлөшөн асып бирергә тейешбеҙ. Бының өсөн һәр ваҡыт аҡыллы эш алып барырға бурыслыбыҙ.
Һәр милләт үҙ яҙмышы, киләсәге өсөн көрәшергә тейеш. Уны башҡа берәү ҙә хәстәрләмәйәсәк.

Әнүәр Әсфәндиәров, тарихсы, ғалим:
– Башҡортта әүәл-әүәлдән аҫабалыҡ хоҡуғы булған. Ауыр замандарҙа ла ул ошо ере өсөн ҡанын түккән, үҙен аямаған. Сыңғыҙ хан яуына ҡаршы торған, Иван Грозный менән килешеү өсөн дә аҡылы еткән. Аҫабалыҡ милләтебеҙгә ҙур мөмкинлектәр биргән, үҙебеҙҙе халыҡ булараҡ һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән. Бөгөн тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, халыҡ ижадының иҫ киткес байлығы – шул аҫабалыҡтың емеше ул. Ниндәй халыҡтың 30 томға һыйышлы фольклоры бар әле? Берәүҙә лә юҡ. Көнләшерлек бит!
Бөгөн һәр кемдең күңелендә аҫабалыҡ тойғоһо йәшәһен ине — беҙ үҙ еребеҙҙә, ата-бабаларыбыҙҙың ғәзиз һөйәге ятҡан ерҙә, ҡаты баҫып йөрөргә тейеш.

Әкрәм ИРМӘКОВ, хәрби хеҙмәткәр, Өфө ҡалаһы:
– Сығышым менән Һарытау өлкәһенәнмен. Беҙҙең өлкәлә дүрт меңдән ашыу башҡорт иҫәпләнә. Башҡортостандан ситтә йәшәһә лә, улар милли үҙаңын, туған телен һаҡлап ҡалырға тырыша, башҡорт булыуы менән ғорурлана. Ә инде халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, өлкәлә, имеш, бер милләттәшебеҙ ҙә йәшәмәй. Был төптө ялған бит. Ундағы туғандарымдан һораһам, башҡорт булып яҙылдыҡ, тиҙәр. Парадокс! Был үҙе үк илдә аҙ һанлы халыҡтарға ниндәй ҡараш булыуын күрһәтә түгелме?

Азат Әлмөхәмәтов, Өфө ҡалаһы:
– Мин Белорет районында тыуып үҫтем. Ҡала баҙарына йыш йөрөй торғайныҡ. Барған һайын “нацмендар” тигән хәбәрҙе йыш ишетһәм дә, уның мәғәнәһен аңламай инем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дә Белоретта ерле халыҡҡа ниндәйҙер ҡырын ҡараш һиҙелгән һымаҡ. Яңыраҡ ҡына гәзиттә Мөхәмәт ауылындағы урта мәктәпте башланғысҡа ҡалдырыуҙары тураһында уҡып, шундай уйға килдем.
И. ХАҠОВ яҙып алды.


Вернуться назад