“Дауыл булып үттем дауылдарҙа”09.08.2012
Яугир, күренекле журналист Фәтҡулла Комиссаровтың тыуыуына — 90 йыл

Ул бер ҡасан да хужалар эргәһендә уралырға, президиумда ултырырға, наградаларын тағып йөрөргә яратманы. Артыҡ күҙгә лә сағылып барманы, шәхси һорауҙары менән дә бимазаламаны. Ә дүрт бала үҫтергән ғаилә башлығының мәшәҡәттәре етерлек булғандыр. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда иң ҡаты алыштарҙа ҡатнашып, күп тапҡыр ауыр яраланып, аяҡтары аяуһыҙ һыҙлаһа ла, машина һорап та йөрөмәне. Быға уның артыҡ баҫалҡылығы сәбәпсе булғандыр тип уйларға ҡала. Үҙ йөгөн һәр саҡ үҙе күтәрҙе ул, намыҫсан ине. Хатта иҫән сағында сыҡҡан берҙән-бер очерктар йыйынтығы ла “Намыҫ” тип аталды.

Һүҙ фронт һынауҙарын үткән, дошманды Берлинғаса ҡыуып, еңеү менән ҡайтырға хыялланған яугир журналист, ялҡынлы шағир, прозаик, Ҡыҙыл Йондоҙ, “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры, 30 йылға яҡын “Совет Башҡортостаны” һәм “Кызыл таң” гәзиттәренең үҙ хәбәрсеһе булып тынғыһыҙ хеҙмәт иткән һоҡланғыс шәхес Фәтҡулла Комиссаров тураһында. 16 июлдә уға 90 йәш тулған булыр ине. Әммә ул әрһеҙ эш аты кеүек иртә янды һәм 59 йәшендә генә арабыҙҙан китте.
Көнө буйы үҙенең яуаплылығындағы көньяҡ райондарҙа йөрөп, эҫелә арып-бешеп ҡайтҡас, ғәҙәттәгесә, ял да итмәйенсә, яҙырға ултыра. Иртәнге поезға өлгөртөргә кәрәк. Ә йөрәк әрнеп-әрнеп һыҙлай. Ятып торорға ваҡыт юҡ. Хәбәрсе бурысы шулай ҡуша — мәҡәлә ваҡытында сығырға тейеш. Был тынғыһыҙ журналистың һуңғы мәҡәләһе була. 1981 йылдың июль таңында беҙ ҡайғылы хәбәр алдыҡ. Фронтовиктың таушалған йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Яҡташыбыҙ Фәтҡулла Комиссаров ғүмере буйы гражданлыҡ бурысына тоғролоҡ һаҡланы. Илебеҙҙең оло ватансыһы булды, ә Мәләүез ерен бөтә йөрәге менән яратты. Тыуған яҡтарында эшләүе, йәшәүе менән бәхетле ине. Мәктәптә, мәғариф бүлегендә, партияның Йомағужа район комитетында идеология буйынса секретарь, район гәзите мөхәррире булғанда ла һәр саҡ халыҡ араһында булды, аңлатыу эше алып барҙы, ил хәстәрен алға ҡуйҙы. Ә инде журналист хеҙмәтенә тотонғас, һәр теманы ентекле өйрәнергә, төбөнә төшөргә ынтылды. Үҙе яҙасаҡ кешенең “тиреһенә” инеп, хис-тойғоларын аңлап эш итергә тырышты. Күпте белергә, уҡырға ла уҡырға — ул үҙенә ошондай маҡсат ҡуйҙы. Шәхси архивы менән танышҡас, Фәтҡулла Абдулла улының грек мифологияһын, сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәрен уҡыуын, билдәле режиссерҙарҙың фильмдарын яратып ҡарауын белдек. Немец телен дә ентекләп өйрәнгән ул. Фәтҡулла Комиссаров яҙмаған тармаҡ, күтәрмәгән мәсьәлә ҡалмағандыр. Һәр береһе үткер, көн ҡаҙағына һуғырлыҡ. Был уңайҙан уның хәҙерге көн өсөн дә ифрат фәһемле һүҙҙәрен килтереү урынлы булыр.
Бына журналистар алдында ижади отчет менән бер сығышынан өҙөк (архивында һаҡланған): “Кем ул хәбәрсе? Ай һайын мең саҡрым самаһы юл йөрөй, йөҙләгән кеше менән осраша, авторҙар туплай, яҙҙыра, яҡтыртыу географияһын һаҡлай, бүлектәргә мәҡәләне тигеҙ ебәрергә тырыша, постар һәм хәбәрселәр һайлай, уларға кәңәштәр әйтә, өйрәтә. Бурыстар ҡуя, гәзит уҡыусылар менән һөйләшә, фекерҙәрен тыңлай, ялыуҙарҙы тикшерә, редакция менән район араһындағы элемтәне нығыта, бөтә күренештәргә объектив анализ яһай, яҡтырта. Кәрәкме-юҡмы, ориентир өсөн төрлө ултырыштарҙы ҡалдырмай, кәмселектәрҙе күрә, яҙа, мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең үтенесен гәзитте сүпләмәҫ өсөн үҙе үк хәл итә, тәнҡиткә яуап бирмәүселәр менән һелкешә, тәнҡитләгән кешеләрҙең ҡырын ҡарауҙарын, янауҙарын күңеле аша үткәрә, кенә ҡыумай, берәүҙең — асыуын, икенсенең рәхмәтен ишетә. Осраған һәр күренешкә иғтибарһыҙ үтмәй, кеше уңышына шатлана, ҡайғыһына ҡайғыра, һәр нәмәнең төп-тамырына ҡарай. Юлда ни тура килде, шуға ултыра, буранмы, ҡойоп яуған ямғырмы — ҡарап тормай. Ә ҡайтҡас, ял да итмәҫтән, яҙырға ултыра, эҙләнә, формалар таба, тапмаһа, сәғәттәр буйы баш вата, тик буласаҡ бер жанрҙың һыҙаты һиҙелгәс, ҡағыҙ ала ла яҙа башлай. Дөрөҫөрәге, тәүҙә яҙа ла йырта, һыҙғылай... Яҡшыраҡ сағыштырыуҙар, төрлө алымдар, һүҙҙәр, диалогтар, күрелгәнде ябай һәм аныҡ һүрәтләү сараларын эҙләй, тик бер-ике тапҡыр яҙғас ҡына машинканы таҡылдата, төндәр буйы ултырып, иң ахырҙа вокзалға ашыға, берәй танышын табып, уның аша хатты ебәрә. Унан ваҡыт табып, көн дә гәзитте күҙәтә. Мәҡәләһе сыҡмаһа, көйһөҙләнә, һуңлауына хәүефләнә, баҫылһа, әхлаҡи ҡәнәғәтләнеү таба”.
Был юлдарҙан ауыр һәм яуаплы хеҙмәт кешеһенең — үҙ хәбәрсенең тынғыһыҙ эшен күҙаллап була. Үҙ-үҙенә шундай талапсанлыҡ, һәр эште еренә еткереп, ентекле яуаплы башҡарыу уның йәшәү рәүешенә әйләнә. Ошо мөһим һәм үтә лә мәшәҡәтле бурысты Фәтҡулла Комиссаров 1954 йылдан 1981 йылдың 24 июленә тиклем, йәғни ғүмеренең һуңғы сәғәтенә ҡәҙәр, йәне-тәне менән бирелеп, оло яуаплылыҡ тойоп башҡара.
Бынан тыш, Фәтҡулла Комиссаров бик матур әҙәби әҫәрҙәр ҡалдырҙы. Биш йыл элек ошо мәҡәлә авторҙары, яҡташыбыҙҙың бай ижадын өйрәнеп, уның 19 табаҡ тәшкил иткән “Дауыл булып үттем дауылдарҙа” исемле китабын әҙерләп сығарҙы. Ул шиғыр, хикәйә, очерктарҙан тора һәм, күптән яҙылһа ла, заманса яңғырай. Ҡәләм оҫтаһының һәр һүҙгә талапсанлығы, әҫәрҙе бер нисә вариантта яҙыуы һоҡландырҙы. Һәр яҙма оло ҡыҙыҡһыныу менән уҡыла. Фәтҡулла Абдулла улының “Марс” повесы, “Ялҡын” исемле роман өҫтөндә эшләгәне билдәле булды. Балалар өсөн дә яҙған, пьеса тыуҙырырға ынтылған.
Тынғыһыҙ үҙ хәбәрсе, хеҙмәтенә башкөллө сумып, ваҡытында яҙылмай ҡалған әҫәрҙәре өсөн үкенес белдерә һәм, пенсияға сыҡҡас, тыуған ауылына атай йортона ҡайтып, иркенләп ижад итергә хыяллана:
“Ялға китеү сафтан сығыу түгел,
Әле балҡыр жанр төрҙәре.
Әле алда — ижад көсөң менән
Нурҙар сәсеп балҡыр көндәрең”.
Юҡ, уның был һүҙҙәрендә буш хыял түгел, ә нигеҙле ижади ҡомар ята. Быны уның ентекләп йыйылған, күләмле бай ижади архивы раҫлай. Мәктәп йылдарында яҙған шиғырҙарынан алып ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем теркәп барған ҡулъяҙмалары. Дәһшәтле һуғыш яландарында, окоп, блиндаждарҙа, госпиталдәрҙә төрлө дәфтәр, гәзит биттәрендә, блокноттарҙа, обой киҫәктәрендә яҙылған. Уларҙы ҡулға тулҡынланып алаһың, һәр береһенән дары еҫе аңҡый кеүек, шул үлемесле һуғыш яланындағы яугир башҡорт егетенең ғәжәп бай, көслө рухи донъяһы сағыла. Әгәр ҙә Фәтҡулла Комиссаровҡа үҙенең ошо архив материалдары өҫтөндә ныҡлап эшләү насип булһа, бер генә китап донъя күрмәҫ ине.
Уның “Дауыл булып үттем дауылдарҙа” йыйынтығына ингән әҫәрҙәре әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн оло ҡыуаныс булды.
Ауылдаштары, Эткөсөк мәктәбе уҡыусылары Фәтҡулла Комиссаровтың тыуған көнөндә үткәрелгән тантаналарҙа шиғырҙарын кинәнеп яттан һөйләй. Хикәйә, очерктарын олораҡтар яратып уҡый. Яҡташтары тәҡдиме буйынса Әбет ауылы хакимиәте башлығы Муса Ураҙбахтин уға арнап музей асыу хәстәрлеген күрә. Өс ҡыҙы, бер улы атаһының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай, һәр береһе тырышып хеҙмәт итә, лайыҡлы балалар үҫтерә. Ә беҙгә, һоҡланғыс шәхес менән аралашҡан, бергә эшләгән кешеләргә, ул һаман да тере, арабыҙҙа йөрөй кеүек. Батырҙарса мөһабәт кәүҙәле Фәтҡулла Абдулла улы йылмайып, олпат атлап килеп инер ҙә, һалмаҡ тауышы менән күңелдәрҙе арбап, әңгәмәһен башлар төҫлө.
Әммә Фәтҡулла Комиссаровтың ижадына лайыҡлы баһа бирелеп бөтмәгән шикелле. Беҙ уны “Дауыл булып үттем дауылдарҙа” китабы донъя күргәс, республикалағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына тәҡдим иткәйнек. Тыуыуына 85 йыл тулған осор ине. Ныҡышып, премияға дәғүәселәр исемлегенә индереүгә лә өлгәшкәйнек, тик артабан был тәҡдим яҡлау тапмаған. Ни сәбәплелер, беҙгә хатта Башҡортостандың Журналистар союзынан да бер-ике ауыҙ һүҙ яҙып ебәрергә ваҡыт тапманылар. Ҡыҙғаныс хәл, был — бөгөнгө ысынбарлыҡ. Ә бит ошондай күренекле журналистарҙың ижадына бағышланған йыйынтыҡтарҙы республиканың “Китап” нәшриәте кимәлендә лә сығарыу артыҡ булмаҫ ине.
Фәтҡулла Комиссаров француз яуында еңеп ҡайтҡан Эткөсөк олатай нәҫеленән. Ул Парижда ишеткән “комиссар” һүҙен оҡшатып, һуғыштан һуң тыуған улына ошо ят исемде ҡуша һәм Комиссаров фамилияһына нигеҙ һала. Оҙон ғүмерле булыр был яңғырауыҡлы фамилия. Мәләүез башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының тәҡдиме хупланып, район Советы ҡарары менән беҙҙә Фәтҡулла Комиссаров исемендәге журналистар премияһы булдырылды. Тимәк, ергә, телгә, халҡыбыҙға намыҫ менән хеҙмәт итергә саҡырған арҙаҡлы шәхес онотолмай, йәшәй, беҙҙе киләсәккә әйҙәй...
Юнир АҘНАҒОЛОВ,
Мәрйәм КҮСМӘЕВА.

Фәтҡулла КОМИССАРОВ
Сталинград ҡыры

Дала янып,
Ҡара ҡором булды.
Ерҙәр соҡолдо һәм ҡаҙылды,
Офоҡ ҡара төтөн менән тулды.
Һәр ҡайҙа окоптар һуҙылды,
Канонада ерҙе ҡалтырата.
Бомбалар ярылып, гөрһөлдәй,
“Катюша”лар ҡыҙыл йәшен ата,
Бында бер сәғәте —
бер көндәй.
Танктар шыуа, самолеттар оса,
Дошман тырыша алға барырға.
Бәлки, уйы — минең Уралғаса
Теләйҙер ҙә юлдар ярырға...
Тик юҡ! Һис ваҡытта!
Бер аҙым да
Волга ярынан беҙ сикмәбеҙ!
Тар-мар итмәй тороп
фашистарҙы,
Сталинградтан китмәбеҙ.
Ҡала — утта.
Әммә еңел түгел
Эргәләге утлы далала.
Теләк шундай: тонсоҡһондар
яуыз
Илбаҫарҙар ошо ҡалала!

1942 йыл, сентябрь.
Сталинград фронты.

Булһын именлек


Яҡлап илдәр тыныслығын,
Ватаным именлеген.
Ижади хеҙмәт шатлығын,
Төҙөлөштәр киңлеген.
Һуғыштар булмаһын өсөн
Ябай имзамды ҡуям,
Күп миллиондар менән мин дә
Ҡан ҡойошоуҙы тыям!
Ҡан эсергә күнгән йәндәр
Шашмаһын һуғыш теләп.
Һуғыш булмаҫ!
Ышаныс бар:
Дөрөҫлөк беҙҙең менән.

1951 йыл.

Лирик

— Асма, лирик, эске донъяңды.
— Юҡ, асам... Мин йомарт!
Килһендәр.
Асҡан кеүек серле ҡорамды,
Хис донъямды асып инһендәр...
Үҙ йөрәктәреңдә мәңге ятҡан
Хазинаның затын күрһендәр...

1962 йыл.

Тау йыры

Йөҙөң — ҡояш,
күҙҙәреңдә
— нурҙар,
Һин бит таңдың яҡты йондоҙо.
Һиңә, дуҫым, иң саф, изге йырҙар.
Һағындым мин һине, тау ҡыҙы!
Беләм, һин көтәһең.
Яҙаһың йыш.
Тик тиҙ ҡайтмам —
яңы башлана
Еңеү мәле, ҡыҙа бара һуғыш.
Дошманға мин ярһып
ташланам.
Аҙмы ерҙе азат итәһем бар,
Булаһым бар әле Берлинда.
Һөйәм һине,
Ә һин түҙемле, көт,
Йырлай-йырлай моңло тау
йырын.
Иң ҙур бүләк итеп һиңә, дуҫым,
Еңеү данын алып ҡайтырмын.

1942 йыл. Дон фронты.

Алыш

Дала, урман һәм убалар.
Көйгән һәм йыртылған ер.
Янғын, ут,
Шартлай бомбалар,
Яуа ҡурғаш, ҡорос, тимер...
Барыһы бергә ҡатнашҡан.
Тик ҡорал хөкөм һөрә.
Төтөн болотҡа тоташҡан.
Бында — дауыл, өйөрмә.
Ил өсөн бында батырҙар
Ут бөркөп, ер тетрәтә,
...Алыш бара.
Сож буйҙарын
Утлы дауыл дөһөрләтә.

1943 йыл. Үҙәк фронт.


Вернуться назад