Газ, һыу үткәрергә аҡса юҡ...09.08.2012
Үткән айҙа гәзиттә (10 июль, №134) Стәрлетамаҡтан С. Сәйфуллиндың «Кәмһетелгәндәр» исемле мәҡәләһе донъя күргәйне. Унда автор Ғафури районының Тайыш һәм Ташаҫты ауылдарында һыу, газ үткәреү, күперҙе төҙөп бөтөрөү мәсьәләләрен күтәрә.

Мәҡәләне урынға ебәрҙек. Ғафури районы хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Ф. Кейекбаевтан шундай яуап килде:
«Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән күпер Имәндәш ауыл биләмәһе хакимиәтенең балансында тормай. Әлеге ваҡытта уның паспорты әҙерләнә һәм иҫәпкә ҡуйыу буйынса документтар йүнләнә. Шунан ғына финанслау мәсьәләһе хәл ителәсәк.
Газ, һыу үткәреү һәм юл төҙөү эштәре, аҡса булмау сәбәпле, киләһе йылдарға планлаштырыла.
Ғафури районы хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Ф. Кейекбаев».


Вернуться назад