«Башҡортостан» гәзитенең быйылғы 26 июнь (№123) һанында Лена һәм Вил Өмөтбаевтарҙың «Сәбәп эҙләмәйек, ярҙам итәйек!» тигән мәҡәләһендә Белорет районының Мөхәмәт ауылы мәктәбенең яҙмышы тураһында һүҙ барғайны.
Күтәрелгән мәсьәлә буйынса ниндәй саралар күрелеүен, Мөхәмәт мәктәбе уҡыусыларына ниндәй ярҙам буласағын аңлатыуҙы һорап, редакция район хакимиәтенә хат ебәрҙе. Урындан яуап килде, уны гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
«Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ярашлы, Белорет районындағы мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы буйынса сығымдарға субвенция күләме ҡаралған, йәғни уҡытыусыларҙың эш хаҡы фонды уҡыусылар һанына бәйле.
Башҡортостанда 2011 йылдың 1 сентябренә ҡарата ауыл ерендә һәр класта 11,53 уҡыусы белем ала тип һаналһа, бер уҡытыусыға 10,4 бала тура килде. Шул уҡ ваҡытта Абҙаҡ урта мәктәбенең Мөхәмәт ауылындағы филиалына 29 бала уҡырға барҙы. Бер уҡытыусыға 2,6 бала тура килгәйне. Шуның өсөн район хакимиәте тарафынан төп дөйөм белем биреү мәктәбе филиалын башланғыс мәктәп филиалына үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ҡабатлап әйтәм: бында мәктәпте ябыу тураһында һүҙ бармай.
Мөхәмәт ауылының V – IX класс балалары Абҙаҡ мәктәбенә уҡырға автобуста йөрөтөләсәк. Муниципаль бюджеттан юл һәм күперҙе йүнәтеүгә аҡса бүленде. Юлды рәтләү буйынса сара күрелә.
Ата-әсәләр, әгәр теләһә, балаларын уҡытыу башҡорт телендә алып барылған Белорет лицей-интернатына ла ебәрә аласаҡ. Урындар бүлеү ҡаралған.
Белорет районы хакимиәте башлығы
В.Г. Миронов».