Суд ҡарары үтәлә09.08.2012
«Башҡортостан» гәзитенең 26 июнь һанында (№ 123) Айгиз Баймөхәмәтовтың «Эйеккүлгә кем эйә?» тигән мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны.

Унда Ишембай районының Ишәй ауылы янындағы Эйеккүлгә «Бастион» яуаплылығы сикләнгән ойошмаһының хужа булып алыуы хаҡында һүҙ бара. Редакция, мәҡәләлә күтәрелгән мәсьәлә буйынса ниндәй саралар күрелеүен аңлатыуҙы һорап, Ишембай районы хакимиәте башлығы исеменә хат ебәрҙе. Ошо көндәрҙә беҙгә яуап килде, уны иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ:
«Эйеккүл буйындағы «Бастион» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән ҡаралтыларҙы һүтеүгә бәйле суд ҡарарын башҡарыу суд приставтарына йөкмәтелгән. Ҡарар 2012 йылдың 15 авгусына тиклем үтәлергә тейеш. Әлеге ваҡытта уның буйынса эш бара һәм күл буйындағы мунса һүтеп алынды.
Ишембай районының
хакимиәт башлығы М. Ғайсин»


Вернуться назад