Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһында башҡорт халҡын туплау маҡсатында уның үткән юлы, ырыуҙарының барлыҡҡа килеүе тураһында тапшырыуҙар ойошторола. Быға һөйөнөргә генә ҡала.
Салауат Хәмиҙуллин алып барған «Тарихи мөхит», «Башҡорттар» тапшырыуҙары халҡыбыҙ өсөн бик фәһемле, сөнки ырыуҙарыбыҙҙы онотҡайныҡ. Теләгем шул: тарихсы башҡа башҡорт ҡәбиләләре, мәҫәлән, беҙҙең Әй башҡорттары тураһында (әсәйем – Дыуан, атайым – Ҡошсо ырыуынан) һөйләһен ине. Шулай уҡ ҡалмыҡ, көҙәй, өләй, һыҙғы, мырҙалар, салйоғоттар тураһында ишетеү минең өсөн ҡыҙыҡ булыр ине.
Ризуан МӨХӘМӘҘИЕВ.
Балаҡатай районы.