Өфөләге И. Якутов исемендәге паркка кеше күп йөрөй. Уның үҙәк аллеяһын башҡорттарға арнаһаҡ, яҡшы булыр ине, минеңсә. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында йөҙҙәрсә герой булған, шуларҙың һәйкәлдәрен эшләп, ике яҡлап ултыртырға ине.
Ҡырғыҙстанда «Манас» эпосының геройҙарына һәйкәлдәр ҡуйылған. Беҙҙә лә шулай эшләп булмаҫмы икән?
Р. МӨХӘМӘТДИНОВ.
Өфө ҡалаһы.