«Башҡортостан» гәзитен бик күптән алдырам. Унда баҫылған барлыҡ мәҡәләләр ҙә уҡымлы, фәһемле, файҙалы, һис бер килешмәгән урыны юҡ.
Уларҙа мөһим, көн үҙәгендәге мәсьәләләр ҡуҙғатыла. Йыл һайын аҙнаһына биш тапҡыр килә торғанына яҙылам. Гәзит килгәнен көтөп алам. Шуныһы ҡыҙғаныс: баҫма аҙнаһына биш сыҡһа ла, беҙгә ике мәртәбә генә тараталар, сөнки почтальондың эш хаҡы түбән икән. Шулай ҙа бер ерен дә ҡалдырмай уҡыйым.
Редакция коллективын гәзиттең 95 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлайым, киләсәктә лә баҫманы бай йөкмәткеле, матур сығарып, халыҡты шатландырырһығыҙ, тип ышанам. Ғүмер булһа (миңә хәҙер 85-се йәш), «Башҡортостан» гәзитенән айырылмам.
Хәкимйән ВӘКИЛЕВ.
Салауат районы,
Лағыр ауылы.