Башҡортостандағы тәүге нефть ҡалаһы Ишембайға кем нигеҙ һалғанын бөгөн бөтә республика белә. Тик быға ишембайҙар битараф буғай. Мин 2007 йылда «Путь архитектора», 2009 йылда өс мең дана тираж менән «Ваҡыт һынауҙары аша...» тигән тарихи-документаль повестар баҫтырып сығарғайным. Уларҙы бөгөн китап магазиндарынан тапмаҫһығыҙ.
Шулай ҙа «Путь архитектора» китабын Ишембай районы хакимиәтенә бүләк иттем. Етәксе ҡала урамдарының береһенә тәүге башҡорт архитекторы, 1937 йылда уҡ ҡаланың тәүге генераль планын эшләгән Барый Кәлимуллиндың исемен бирергә вәғәҙә иткәйне. Әммә хәл үҙгәрмәне.
Түҙмәнем, 2011 йылдың 14 ғинуарында ҡаланың «Восход» гәзитендә «Он создал лицо Ишимбая», һуңынан «Торатау» гәзитендә «Ишембайға кем нигеҙ һалған?» тигән мәҡәләләр баҫтырҙым. Һөҙөмтәһе булманы.
Һуңғы сиктә шул уҡ «Торатау» гәзитендә «Барый Кәлимуллиндың исемен мәңгеләштереү – ишембайҙар намыҫында!» тигән асыҡ хат менән Ишембай биләмәһендәге урамдарға, майҙандарға һәм башҡа объекттарға исемдәр биреү комиссияһы рәйесенә мөрәжәғәт итергә булдым, әммә үтенесем яуапһыҙ ҡалды.
Шул уҡ ваҡытта республика етәкселәре ығы-зығыһыҙ ғына июль баштарында Өфөләге өс урамға нефтсе Евгений Столяров, рәссам Мөхәммәт Арыҫланов, архитектор Барый Кәлимуллин исемдәрен бирҙе лә ҡуйҙы.
Ә һеҙгә тәүге нефть ҡалаһына нигеҙ һалыусының исемен дә һаман мәңгеләштерә алмау оят түгелме?
Ризван ХАЖИЕВ.
Дыуан районы.