Өлгө алырлыҡ етәксе09.08.2012
Өлгө алырлыҡ етәксеКешене йәшәгән йылдары түгел, ә эштәре биҙәй. Туған мәктәбен тамамлағандан һуң уҡыуын дауам итеп, юғары белемгә эйә булған һәм хеҙмәт юлын ябай уҡытыусы булып башлаған Яугилде ауылы мәктәбе директоры Рауил Солтанморатов тураһында һүҙем.

Ул мәктәп коллективына ун биш йылға яҡын етәкселек итә. Итәғәтле, өлгөр, һәр кешегә ихтирамлы, йомшаҡ, кәрәк саҡта талапсан да була белгән Рауил Ғәбдрәшит улының ҡулы аҫтында 12 уҡытыусы эшләй. Бында 54 бала белем ала.
Мәктәбебеҙ – район күләмендә алдынғыларҙың береһе. Уҡыусыларыбыҙ олимпиадаларҙа, төрлө конкурста һәм башҡа сараларҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бөтә Рәсәй «Олимпус», «Инфознайка» олимпиадаларында тиҫтәләгән уҡыусыбыҙ ҡатнашып, бер нисәһе лауреат исеменә лайыҡ булды. Рауил Ғәбдрәшит улы әҙерләгән V класс уҡыусыһы Элина Данилованың республика күләмендә үткәрелгән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында икенсе урынды алыуы ла һөйөнөслө.
Бурлы ауыл Советы депутаты булараҡ, Рауил Ғәбдрәшит улына төрлө сара ойоштороу, ауылда таҙалыҡ һәм тәртип булдырыу бурысы ла йөкмәтелгән.
Ул ир-егеттәр өсөн билдәләнгән өс шарттың барыһын да үтәне: ҡатыны Айгөл Зөфәр ҡыҙы менән Радик, Айҙар, Илдар исемле өс егет үҫтерә, бынамын тигән ҙур йорт һалып инеп, уның тирәһендә ағастар ултыртып, гөрләтеп йәшәй. Шундай йәштәр булғанда, ауыл да йәмлерәк, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслыраҡ.
Лилиә МИНИЯЗОВА.
Ғафури районы.


Вернуться назад