Рәхмәт һиңә, доктор!09.08.2012
Тормош иптәшем Зәйтүнә Ғәйнулла ҡыҙы шәфҡәт туташы булып эшләп, бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишетте, Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.

Үкенескә ҡаршы, һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуғанда, күҙҙәре насарайҙы. Район дауаханаһынан йүнәлтмә алып, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына барырға тура килде. Унда табиптарҙың һөнәри оҫталығы, ауырыуҙарға ҡарата иғтибарлы булыуы оҡшаны. Табип Фәниә Нафиҡова, күҙеңә кисекмәҫтән операция яһарға кәрәк тип, дауахананың 4-се бүлегенә йүнәлтмә бирҙе. Ҡатыным хирург Раян Хисмәтуллин ҡулына эләкте. Операциянан һуң иртәгәһенә үк тирә-яғындағы әйберҙәрҙе асыҡ күрә ине, хатта гәзиттәге эре яҙыуҙарҙы уҡып шатландырҙы.
Беҙ табип Раян Хисмәтуллинға бик рәхмәтлебеҙ. Ул маҡтаулы исемгә лайыҡтыр. Бөтә сирлеләрҙең теләге шул.
Миңнулла ӘЛИМҒОЛОВ.
Күгәрсен районы,
Төпсән ауылы.


Вернуться назад