Йәй – мәшәҡәттәр артҡан осор, әммә редакцияға гәзит уҡыусыларҙан хаттар, кәмеһә лә, көн дә килеп тора. Июлдә 140 хат алдыҡ. Уларҙың күпселеге, әлбиттә, тормошта булған мөһим ваҡиғаларҙы сағылдыра. Гәзит уҡыусы теге йәки был хәл тураһында мәғлүмәт кенә ебәрмәй, ә тәрән уйлана, фекер йөрөтә, тәҡдим итә, етди мәсьәләләр күтәрә...
Үткән айҙа килгән яҙмаларҙың төп темаһы – көндәлек тормош, төҙөкләндереү, ауыл хужалығы эштәре, балаларҙың йәйге ялы. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған хаттар ҙа байтаҡ килде. Тәрбиә, әхлаҡ, әҙәп мәсьәләләренә ҡағылышлылары ошо уҡ темаға ялғанып китә. Туған телебеҙ яҙмышы, уны яҡлап һәм һаҡлап ҡалыу, үҫтереү тураһында ла борсола милләттәштәребеҙ.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙҙы гәзиттәге сығыштар ҙа битараф ҡалдырмай. Теге йәки был мәҡәләгә ҡараш һәм фекерҙәрен белдереп, баҫылған яҙма буйынса һөйләшеүҙе дауам итәләр. Мәҫәлән, һуғыш осоро балаларының ниндәй хоҡуҡтарға эйә булыуы бик күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.
Тәбиғәткә, тирә-йүнебеҙҙең таҙалығына, экологияға ҡағылышлы күренештәргә лә гәзит уҡыусы битараф түгел. Етешһеҙлектәрҙе күреп, беҙҙән ярҙам һорайҙар. Тәнҡитле мәҡәләләрҙе тейешле ойошмаларға ебәрәбеҙ. Әйткәндәй, үткән айҙа сара күреү өсөн шундай дүрт хат урындарға йүнәлтелде. Йәмғеһе ете рәсми яуап алынды.
Шулай итеп, тормоштағы теге йәки был проблеманы хәл итеүҙә дуҫтарыбыҙ тос өлөш индерә. Шуларҙың бер нисәһен һеҙгә тәҡдим итәбеҙ. Әлбиттә, әүҙем авторҙарыбыҙға ҙур рәхмәт. Беҙгә даими яҙышып, хәбәрҙәрен еткереп, гәзиттең йөкмәткеһен байыта улар. Йәштәр әүҙемерәк булһын ине, тигән теләктәбеҙ. Мәҡәлә геройҙары – ғорурланырлыҡ, фәһем алырлыҡ, өлгө булырлыҡ кешеләр, эшһөйәрҙәр – беҙҙең арала йәшәй бит. Үҙегеҙҙе борсоған, күңелегеҙҙе өйкәгән хәлдәр тураһында ла яҙып ебәрә алаһығыҙ. Шулай уҡ «Ғаилә ҡото – тормош һуты», «Ҡәләмгир», «Башҡорт эшҡыуарлығы», «Районымдың ете мөғжизәһе» конкурстарының дауам итеүен хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Бергәләп милли баҫмабыҙҙы һаҡлайыҡ, үҫтерәйек, көсәйтәйек. Рухи аҙыҡ файҙаға ғына. Рух һүнмәһә, тел йәшәр! Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, хөрмәтле дуҫтар!
ХАТТАР БҮЛЕГЕ.