"Ғибрәт таҡтаһы"09.08.2012
Юл фажиғәләрен кәметеү, юл йөрөүҙе еңеләйтеү өсөн бөгөн бөтәһе лә эшләнә кеүек. Ҡағиҙәләрҙе боҙған, иҫерек килеш рулгә ултырған өсөн штраф күләме лә, яуаплылыҡ та артты. Тик ниңәлер һөҙөмтә генә ҡыуандырмай. Һәләкәттәр ҙә ҡабатлана, ҡорбандар ҙа кәмемәй, автомобилендә үҙен маймыл кеүек тотҡандар ҙа аҙаймай. Уйлайһың, уйлайһың да бының сәбәбенә төшөнә алмайынса ғәжәпкә ҡалаһың!

Эйе, бындай күренешкә урамға сыҡҡан һәммәбеҙ шаһит була. “Ҡыҙыл”ға атлыҡҡан автомобилдәр, туҡталышта ике рәт булып теҙелеп киткән автобустар, йәйәүлеләр үткәүелендә “ғорур баҫып торған” иномарка бөтәһен дә ялҡытҡандыр. Шуға ла “Башҡортостан” гәзите “Тәгәрмәс” битендә “Ғибрәт таҡтаһы” булдырырға ҡарар итте – бында юл йөрөү ҡағиҙәләрен үтәмәгән водителдәр генә түгел, хатта йәйәүлеләр ҙә эләгәсәк. Уҡыусыларыбыҙҙан да шундай фотолар көтөп ҡалабыҙ. Гәзит битендә үҙҙәрен күреп, бәлки, төҙәлерҙәр тип өмөтләнәбеҙ, йәмәғәт...


Вернуться назад