Асыуһыҙ шелтә09.08.2012
Һул яҡтан барған сағыу төҫлө, ҡупшы, ыҡсым машина ҡапыл уңға тартты, гүйә үҙен һуҡма ел алып ташланы. Минең алға. Иҫкәртеүһеҙ-ниһеҙ — боролош быҙлауыҡтары янманы ла, һүнмәне лә. Йәғни автомобиль алдымдан ғына, тейә яҙып, “ҡырып үтте”. Үтте лә, бара биргәс, юл ситендә туҡтаны. “Ситендә” тигәс тә, ситкә әллә ни һырығып торманы: “парковка” тигән маневры сатай-ботайыраҡ килеп сыҡты, урын-еренә еткереп башҡарылманы.
Һине көпә-көндөҙ, бөтөн ғәм алдында рисуай итеп, шулай оятһыҙ рәүештә ҡырҡып үтһәләр, нишләйһең? Уныһы — холҡоңа ҡараптыр. Тынысыраҡ кеше: “Яра-а-а-ай инде...” — тип һуҙа ла уҙа ла китәлер. Тик бындайҙар, ай-һа-а-а-й, әҙселектер ул: күпселектең әлеге тәртипһеҙлектәр арҡаһында ла нервылары ҡаҡшаған инде ул, ҡаҡшаған, иптәштәр. Шунан, йәнә лә әлеге хаяһыҙ ҡыланған кешеләрҙе, рулдә берәй йәш ҡыҙмы-кемме булһа, белмәйҙер тип, “өйрәтергә”, “тәрбиәләргә” теләү тигән нәмә лә бар бит. Бына әле мин дә, үтеп барышлай, теге ҡыҙға “пип-пип-пип” тинем. Асыуһыҙ ғына, ныҡ итеп олотоп түгел.
Рулдә, ысынлап та, гүзәл зат вәкиле булып сыҡты. Был ваҡытта, мин асыуһыҙ пипелдәткәндә, ул ишеген асып ҡына булаша ине.
Асыуһыҙ булһа ла, барыбер ҙә шелтәләп пипелдәтһәләр, нисек ҡабул итәһең? Дөрөҫ, йөҙөңдө йәмерәйтәһең, нимәлер әйтәһең, йәнәһе, — үҙең шундай кешеһең, юл йөрөү ҡағиҙәләрен белмәйһең, документты һатып алғанһың һәм башҡалар.
Ә был юлы ғәжәп хәл булды, туғандар, ғәжәп!
Быны рәсми телдә “типик булмаған”, “штаттан тыш”, “стандарттан тыш хәл” тигән төшөнсәләр менән баһалап булалыр. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙ ошо мәлдә башын минең яҡҡа борҙо ла... телен күрһәтте. Үҙе йылмаяҡ.
Тормошта һәр кемдең үҙ урыны бар шул барыбер ҙә. Ана бит, һары сәсле һылыу ҙа күпселек кеүек яуап итеп үҙемә яман аҡырһа, ниндәй йәмһеҙ күренеш булыр ине. Ә әле нисек йәмле килеп сыҡты!

Бүтән өсөн
“Һәр ерҙә лә тәртипле йөрө, улым!”
(Әсәйемдең йыш ҡабатлағандарынан)

“Кеше араһында мәхәпәтле бул!” — ти торғайны әсәйем. Һөйләмдәге өсөнсө һүҙҙе тап әле яҙылған хәреф-өндәр менән белдерер булды һәм шулай әйтеүе, ысынлап та, дөрөҫтөр — бында бит һүҙ беҙ тәү нәүбәттә аңлаған мөхәббәт тураһында ғына бармай бит.
Әсәйемдең теләген әле булһа тоторға тырышам. Айырыуса тәртипкә ҡағылышлыһын. Ләкин бөгөнгө йәмғиәттә, гел тәртипле генә булып, лайыҡлы донъя көтөп буламы икән ул? Һорауҙың ошолай ҡуйылыуы үҙе үк, шаһитһығыҙ, быға шик төшөрә һәм әлеге нәмәгә, әллә ни донъя көтөп булмаулыҡҡа, миҫалдар һәр беребеҙҙең хәтеренә шунда уҡ төшкәндер ҙә. Мәҫәлән, юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙмайынса ғына йөрөү мәсьәләһендә.
...Ҡала урамы буйлап һул һыҙаттан саҡ ҡына алдараҡ барған автомобиль уңға сығырға ниәтләне — боролош уттарын былҡылдата башланы. Сығырға, ана, ынтылды ла инде. Быны артыҡ баҙнатлы ғына башҡарғандай тойолдо. Ярай, әрләмәйек, иртәнсәк бит, туғыҙ тулып килә, эшкә ҡабаланалыр. Хәҙер минең полосаға сығыр ҙа, тиҙ генә авария уттарын яндырып-һүндереп, оло рәхмәтен күндерер. Күндерер ҙә, миңә, артынан килгәнгә, ҡамасауламайым тип, етеҙ генә алға китер.
Сыҡты. Авария уттарын ҡыҫҡыламаны. Ә бына шәберәк китте. Китте лә, светофор тапҡырына еткәс, боролош уттары ярҙамында, һулға боролорға теләгәнен белдерҙе. Белдерҙе лә ул, борола ғына алмай — һул һыҙатҡа күсеүе ҡатмарлы. Һөҙөмтәлә беҙгә, уң рәттән килеүселәргә, тура үтергә кәртә булып ултырҙы. Пипелдәт ни, пипелдәтмә — файҙаһыҙ, шулай йөрөп өйрәнеп бөткәндер инде ул кеше. Ана, светофорҙың ҡыҙыл уты ла янды. Ә теге әҙәм шул арала һулға боролоп инеп тә китте. Беҙ ултырабыҙ. Ултырмай нишләйһең — ҡаршыңда ҡыҙыл ут та баһа.
Тормошта шулай: тәртип боҙоусылар өсөн тәртип боҙмаусылар ҙа йыш зыян күрә.
Рәсүл Сәғитов


Вернуться назад