Ҡаланың ҡап уртаһында... соҡорға!09.08.2012
Ҡаланың ҡап уртаһында... соҡорға!Шулай ҙа була икән, йәмәғәт! Өфөнөң ҡап уртаһында көпә-көндөҙ автомобиль юлда ҡайҙандыр хасил булған соҡорға “сумһын” әле?! Октябрь проспекты менән Бессонов урамы киҫешкән урында (“Мир” сауҙа үҙәге янында) тап шундай хәл булған. Белгестәр әйтеүенсә, юлдың асфальт ҡапланмаһы эҫегә түҙмәгән, өҫтөнән йөк машинаһының үтеүе лә кире тәьҫир иткән һәм һөҙөмтәлә соҡор барлыҡҡа килгән. Арттан килеүсе “ВАЗ-2114” тап шунда эләккән дә инде.

Хасил булған соҡорҙоң тәрәнлеге – дүрт метр тирәһе. Машина эсендәгеләр йәрәхәт алмаған, тип белдерә шаһиттар. Бер аҙҙан “14-сене” экскаватор менән сығарғандар.Ҡаланың ҡап уртаһында... соҡорға!Шуныһы үкенесле: хужалары машинаны ике көн элек кенә һатып алған булған, шуға күрә страховкалап та өлгөрмәгәндәр. “Ике бала тәрбиәләйбеҙ, машина һатып алыу өсөн уларҙың ауыҙынан өҙөп тигәндәй йылдан ашыу аҡса тупланыҡ. 285 меңде кеҫәбеҙҙән сығарҙыҡ. Быға тиклем “шестерка”ла йөрөнөк. Иртәгә страховкаларға барырға йыйына инек”, – тип әсенә зыян күреүсенең ҡатыны Лариса ханым.
Был хәлгә шаһиттар ҙа ғәжәпләнә. “Нисек инде ҡаланың ҡап уртаһында асфальт юлдың уйылып китеүе ихтимал? Юл төҙөүселәр, коммуналь хеҙмәттәр нимә ҡарай? Әгәр соҡорға йәмәғәт транспорты йә йәйәүлеләр ҡолаһа, нимә булыр ине – уйлауы ла ҡурҡыныс бит! Ғәйеплеләрҙе һис шикһеҙ асыҡларға кәрәк!” – ти улар.
Әйткәндәй, зыян күргәндәр был хәл өсөн Өфөнөң коммуналь хеҙмәтен судҡа бирергә йыйына.


Вернуться назад