Өфө башлығы сифатлы юл талап итә09.08.2012
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловты төҙөкләндерелгән юлдарҙың сифаты һис кенә ҡәнәғәтләндермәгән: уныңса, намыҫһыҙ юл төҙөүселәргә, һис шикһеҙ, яуап бирергә тура киләсәк.
Ҡала башлығы: “Юлдарҙың сифатһыҙ йүнәтелгән өлөшө өсөн ҡала хакимиәте юл төҙөүсе фирмаларға аҡса күсермәйәсәк”, – тип белдергән. Улай ғына ла түгел, баҡтиһәң, бындай юлдарҙы ҡулланыуға ҡабул итеүселәрҙе коррупцияла ғәйепләүҙәре ихтимал.
Өфөнөң коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн ремонт эштәре ҡаланың 27 биләмәһендә бара. Ҡайһылыр өлөшөндә юлсылар асфальтты яңыртыу менән генә мәшғүл булһа, башҡа урындарҙа ағастарҙы йыға һәм урамды киңәйтә. Ҡалала әлегә, дөйөм алғанда, 72 мең тонна асфальт һалынған, ә башҡарылған эштең дөйөм майҙаны 150 мең квадрат километрҙан ашып киткән.
Йыш ҡына яңы юлдарҙың да сифатһыҙ булыуының сәбәбе шул: бөгөн юлсыларҙың эше һөҙөмтәһен бер кем дә ентекле тикшермәй тиерлек. Күптән түгел белгестәр “Өфө – Аэропорт” юлын төҙөкләндереүселәрҙең мутлашыуын асыҡлағас, Президент Рөстәм Хәмитов уларға контролде көсәйтеү һәм эштең һөҙөмтәһен тикшереүсе махсус лаборатория булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Хатта был урында төҙөкләндереү эштәре лә туҡтатылғайны. Тикшереүҙәр унда һалынған асфальттың ныҡлығы тейешле норманан 25-30 процентҡа түбәнерәк булыуын асыҡлаған. Йәғни йыл ярым-ике йыл ваҡыттан юлды төҙөкләндереүҙе ҡабаттан башҡарырға кәрәк булыр ине.
Шулай итеп, хәҙер Өфө ҡала хакимиәте башлығы ла юлсыларҙы етди күҙәтеүгә алған. Ирек Ялалов яҡын арала юл экспертизаһының эшен яйға һалыуҙы талап итте.