Хәҙер күпкә еңелерәк09.08.2012
Автоһәүәҫкәрҙәрҙе ҡыуандырған яңылыҡтар ҙа бар. Улар “тимер ат” хужаларының тормошон һиҙелерлек еңеләйтә.
Техник күҙәтеү һәм ОСАГО тураһындағы ҡанундарға төҙәтмәләр 30 июлдән үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, страховка полисын техник күҙәтеү талонының ғәмәлдән сығыуына алты айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалғанда ла һатып алып буласаҡ. Быға тиклем полисы ғәмәлдән сыҡҡан автоһәүәҫкәрҙәргә страховка алыу өсөн тейешле ваҡыттан алда техник күҙәтеү үтергә тура килә ине. Шулай уҡ хәҙер машинаны һатҡанда һәм һатып алғанда ла күпкә уңайлыраҡ буласаҡ. Элек ЮХХДИ-ға иҫәпкә ҡуйыр алдынан яңы хужанан автомобилде страховкалау талап ителде, бының өсөн тәүҙә техник күҙәтеү үтеү ҙә мотлаҡ ине. Эйе, уға ҡәҙәр ун көн бөтөнләй страховкаһыҙ йөрөү рөхсәт ителде-ителеүен. Бөтәһе лә бик уңайлы кеүек тә, әммә автомобиль ошо ун көн эсендә аварияға эләкһә, был икенсе яҡ өсөн ысынлап та бәләгә әүерелә. Бындай ваҡытта страховка компаниялары, әлбиттә, зыянды ҡапламаны, уны суд аша ғына талап итеп булды. Хәҙер бындай ҡатмарлылыҡтар янамай – ОСАГО полисын техник күҙәтеү талоны һуңғы көн ғәмәлдә булғанда ла һатып алып буласаҡ.
Тағы бер яңылыҡ: автоһәүәҫкәрҙәргә хәҙер техник күҙәтеү талоны урынына диагностикалау картаһы биреләсәк. Ул, автомобилдең хужаһы кем булыуына ҡарамаҫтан, үҙендә күрһәтелгән ваҡытҡа ҡәҙәр ғәмәлдә. Был хәл машинаны һатыуҙы еңеләйтә, сөнки автомобилдең яңы хужаһына техник тикшереүҙе тағы бер тапҡыр үтеү кәрәкмәйәсәк. Киләсәктә карта техник күҙәтеү талонын бөтөнләйгә алмаштырасаҡ тип көтөлә, әммә яңы ғына талонлы булғандарға ла борсолорға сәбәп юҡ – күнегелгән документ страховкалаусылар тарафынан 2015 йылдың 1 авгусына тиклем ҡабул ителәсәк әле.