Ҡағиҙәне үтәмәнең – түлә!09.08.2012
Водителдәргә яуаплылыҡ һаман өҫтәлә. Әлбиттә, күптәрҙе был һис тә ҡыуандырмай. Хәҙер саҡ ҡына яңылышыуыңдың да кеҫәңде һиҙелерлек “йоҡартыуы” бар. Яңылыҡтың яҡшы яғы – ҡағиҙәне боҙор алдынан шофер уйланасаҡ, ә йәйәүлеләргә юлдарҙа тынысыраҡ буласаҡ. Күптәр тап ошоға өмөтләнә.
1 июлдән машинаһын рөхсәт ителмәгән урында ҡалдырған өсөн водителдәргә борсолорға урын бар: законға ярашлы, хәҙер автомобилен эвакуациялау һәм штраф туҡталҡаһы өсөн водитель үҙе түләй. Шулай уҡ, элеккенән айырмалы, машинаңды тейәп алып китеү өсөн сәбәптәр ҙә ҡырҡа артты. Мәҫәлән, автомобилгә идара итеүгә ышаныс ҡағыҙың һәм документтарың үҙең менән булмағанда, юл билдәләре йә һыҙаттары рөхсәт итмәгән урындарҙа, туннелдә туҡтаған йә туҡтап торған, машинаны йәйәүлеләр үткәүеленән 5 метр яҡынлыҡта ҡалдырған өсөн эвакуациялау хәүефе янай. Шулай уҡ транспорт сараһының тормоз системаһы боҙоҡ булған, водитель танытмаһыҙ йә иҫерек килеш рулгә ултырған өсөн дә автомобилде алып китеүҙәре бар.
Эвакуаторға түләүҙән тыш, ҡағиҙәне боҙған өсөн штраф күләме лә артты: төбәктәр өсөн ул элекке 300 һум урынына 1000-1500 һум тәшкил итһә, Мәскәү менән Санкт-Петербургта – 3 мең һум.