Тәбиғәттең үҙ ҡанундары08.08.2012
Тәбиғәттең үҙ ҡанундарыЭҫелектән илергән, ҡоролоҡтан ҡорғаҡһыған ергә август еләҫлек килтерер, көндәр бер аҙ һыуыныр, тип өмөтләнһәк тә, томра ашыҡмай, ҡыҙҙыра бирә. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә урмандар дөрләй. Башҡортостанға килгәндә, быйыл, шөкөр, 2010 йылдағы кеүек меңәрләгән гектар урман яныу осраҡтары булғаны юҡ, шулай ҙа тынысланырға иртә әле. Республикала индерелгән янғындарға ҡаршы режим – үҙ көсөндә, әлегә бөтә йәйҙе тиерлек урманда үткәргән урмансылар, янғын һүндереүселәр ял тураһында хыяллана ғына ала.

Йыл башынан республикала 131 урман янғыны теркәлгән, уларҙың дөйөм майҙаны 773,61 гектар тәшкил иткән. Һуңғы көндәрҙә Ғафури, Йылайыр, Учалы, Белорет райондарындағы янғындар һүндерелгән. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, фажиғәнең төп сәбәптәре – халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуында, ағас әҙерләгән урындарҙы ташландыҡ хәлдә ҡалдырыуҙа. Йәшен дә яман – йыш ҡына янғын сәбәбе күк көсөнә бәйле.
Хәйер, һүҙем бөтөнләй икенсе хаҡта. Йыл ул тиклем ҡоро килмәһә, бәлки, "ҡыҙыл әтәс" тә ул тиклем ҡотормаҫ ине...
Әммә ҡоролоҡ барлыҡ ерҙе өтә – бер шырпы һыҙһаң, бар ғаләм дөрләп тоҡаныр төҫлө.
Ураҡ эштәре ҡыҙған мәлдә ҡайһы бер төбәктәрҙә тәбиғәттең ҡырыҫлығынан килгән зыян күләмен иҫәпләйҙәр. Бөтөнләй кибеп-ҡороп бөтмәҫ борон булған уңышты ла йыйып алыу фарыз. Белгестәр фаразлауынса, ҡоролоҡ сәбәпле, былтырғы менән сағыштырғанда быйыл Башҡортостан бойҙай уңышының 40 процентын юғалтасаҡ. Һауа торошо иһә көйһөҙләнеүен дауам итә – республика иҡтисадында был сағылыш тапмайынса ҡалмаясаҡ, икмәк, он кеүек көндәлек аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуы ла ихтимал. Шулай ҙа хәлдән сығыу юлы бар – сәсеүлектәрҙе ваҡытында страховкалау фарыз. Был ысул әҙме-күпме сығымдарҙы ҡапларға ярҙам итә. Саҡмағош районының "Базы" ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Вадим Соколовтың тарихы – ошоно иҫбатлаусы, күңелдәре төшкәндәрҙе өмөтләндереүсе миҫал. 2009 йылда 700 гектар ужым сәсеүлектәрен страховкалаған етәксе 2010 йылдағы ҡоролоҡта ярайһы уңышын юғалтҡан, страховкалау компанияһы менән бер нисә йыл дәғүәләшкәндән һуң 12 миллион һум аҡсаһын ҡайтара алған. Бына шулай, алдан уйлап эшләгәндәргә ҡоролоҡ ҡурҡыныс түгел.
Ауыл эшсәндәре ураҡ менән мәшғүл булһа, йәйге ялын тәбиғәт ҡосағында үткәрергә, йылға хозурлығында хәл йыйырға ниәтләгәндәрҙең хыялдары селпәрәмә килде. Сәбәбе – әлеге лә баяғы ҡоролоҡ. Республиканың йылға-күлдәре һайыҡҡандан-һайыға, эсәр һыуһыҙ ҡалған ауыл-ҡасабалар ҙа юҡ түгел (бер нисә тиҫтә йылдан Ер шарында һыу алтынға бәрәбәр хазинаға әүереләсәк тигән фараз тормошҡа аша башланымы?). Башҡортостан йылға пароходлығы иһә республиканың төп йылғаһы Ағиҙелдең үтә һайығыуына бәйле сығымдар кисерә: күңел асыу круиздары тәҡдим итеүсе теплоходтар портта ултырырға мәжбүр – йылғала йөҙөрлөк һыу юҡ. Теплоход хеҙмәткәрҙәре иһә сираттан тыш ял итә. Белгестәр әйтеүенсә, йөҙөүсе судно аҫтынан һыу төбөнә тиклем уртаса 10 – 15 сантиметр ара ҡалырға тейеш, әле иһә был күрһәткес 5-кә тиң.
Өфөнөң иң күркәм урындарының береһендә – Дуҫлыҡ монументы тирәһендә һыуҙа йөҙгән бәләкәй катерҙарҙы ғына күрергә мөмкин. Шулай уҡ баҡсасылар өсөн маршруттар эшләй. Ярҙың ике яғында ҡыҙыныусы халыҡҡа килгәндә, теге йәки был яҡҡа ярышып йөҙөп сығыусылар байтаҡ, сөнки ике яр көндән-көн яҡыная бара...
Г. БАЛТАБАЕВА.


Вернуться назад