Өфөлә данлы 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһы һуғышҡан урындар буйлап халыҡ-ара автоуҙыш башланды. Уны Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, республиканың Йәштәрҙә ватансыллыҡ тәрбиәләү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы ойошторҙо.
22 көн эсендә автоуҙышта ҡатнашыусылар — Һауа десанты һәм махсус тәғәйенләнеш ғәскәрҙәре ветерандары, йәмәғәт һәм ветерандар ойошмалары вәкилдәре, хәрби-патриотик клуб курсанттары Һамар—Сызрань—Воронеж—Харьков—Киев—Берлин—Лейпциг—Дрезден—Варшава маршруты буйынса 9 мең километр самаһы юл үтергә ниәтләй. Автоуҙыш 29 августа Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында тамамланасаҡ.
Сараның маҡсаты — Башҡортостан Республикаһының абруйын, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, йәштәрҙә ватансыллыҡ тәрбиәләүҙе, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хаҡында материалдар йыйыуҙы әүҙемләштереү.
Дивизия һуғышҡан ерҙә туғандар ҡәберлегенә сәскә һалыу, һәләк булғандарҙы иҫкә алыу, иҫтәлекле урындарға барыу, митингтар үткәреү күҙаллана. Украиналағы Луганск өлкәһенең Петровское ауылында дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған урында башҡорт атлылары иҫтәлегенә сквер асыу ҡарала.
С. ҒҮМӘРОВА.