“Әсәһе Алмасты кеше итергә тырышты”...08.08.2012
“Әсәһе Алмасты кеше итергә тырышты”...Испанияға эшкә киткән яҡташыбыҙ — 33 йәшлек Альбина Алиулованың фажиғәле вафат булыуы, 12 йәшлек Алмас улының сит-ят ерҙә япа-яңғыҙ тороп ҡалыуы тураһындағы хәбәр күптәрҙе тетрәндерҙе. Республика халҡы үҫмерҙең олатай-өләсәһе янына ҡайтыуын борсолоп көттө. Ниһайәт, кисә Фәнүзә Салауат ҡыҙы ейәне Алмас менән "Өфө" аэропортына килеп төштө.

Мәрхүмәнең әсәһе ергә аяҡ баҫыу менән ни иларға, ни ҡыуанырға белмәне. Ул арала журналистар төрлө һорау яуҙыра башланы. Фәнүзә Салауат ҡыҙының әйтеүенсә, Альбина улы Алмасты белемле, аҡыллы итеп үҫтерергә хыялланған, ул етеш тормошта үҫһен тип тырышҡан. "Йылайыр" совхоз-техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш бухгалтер Сибай ҡалаһында шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп ҡараған, тик уңмаған. Ғаилә тормошонда ла бәхет тапмаған. Сараһыҙҙың көнөнән Альбина ете йыл элек Испанияға сығып киткән.
Әйткәндәй, илдәге эшһеҙлек арҡаһында ул осорҙа бер Баймаҡ районынан ғына йөҙәрләгән ҡатын-ҡыҙ Испания, Италия яҡтарына эшкә киткәйне. Күптәренең өйҙә ире һәм балалары ҡалды. Кемдер эшкә уңышлы урынлашып, донъяһын бөтәйтте, шул уҡ ваҡытта бер нәмәһеҙ ҡайтып килеүселәр ҙә булды. Альбина тәүге йылдарҙа һәйбәт эш хаҡы алған, яҡындарына ярҙам итеп торған. Бер аҙҙан үҙенең эргәһенә улын саҡыртып алған. Шул саҡ Европала иҡтисади көрсөк башланып, Альбина эшһеҙ тороп ҡалған, ваҡытлыса эштәрҙә йөрөгән. Был мәсьәләләргә өҫтәлеп, полиция менән аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуған, илдән сыға алмаған. Фажиғәнән алда улын Башҡортостанға ҡайтарыу яғын хәстәрләп ҡараған.
— Ҡайғылы хәбәргә ышана алманым, был уҫал шаяртыуҙыр тип уйланым, — тине Фәнүзә Салауат ҡыҙы аэропортта ҡаршы алыусы журналистарға. — Шуға күрә мин барғансы кремация яһамауҙарын һораным... Ул, ысынлап та, ҡыҙым ине.
Етеш тормошта йәшәргә ынтылған, улына матур киләсәк ҡорорға хыялланған Альбина тыуған тупрағында — Баймаҡ районының Комсомол ауылында һуңғы төйәген табасаҡ.
Алмас журналистар алдында үҙен ысын ир-егеттәрсә тотто.
— Пансионатта мине бер кем дә рәнйетмәне. Унда телевизор ҡараным, паркта йөрөнөм һәм өләсәйемде көттөм. Быйыл 6-сы класҡа барам. Уҡыу башланғанға тиклем ауыл урамында туйғансы йүгереп уйнағым килә, — тип өләсәһенә һыйынды.
Фәнүзә Салауат ҡыҙының әйтеүенсә, Алмас башҡорт телен онотмаған, русса һәм испанса иркен аралаша.
— Әсәһе Алмасты кеше итергә тырышты. Уның ниәтен үтәп, ейәнебеҙгә һәйбәт белем, матур тәрбиә бирергә тейешбеҙ, — тине сабыр йөрәкле ҡатын.
Һуңғы өс аҙнала ҙур тетрәнеүҙәр кисергән Фәнүзә Салауат ҡыҙы Испанияға барып ҡайтырға ярҙам итеүселәргә рәхмәтен еткереүҙе һораны.
— Иң тәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт. Ул ғаиләбеҙгә килгән оло ҡайғыға битараф ҡалманы, беҙгә кәрәкле барлыҡ сумманы — 180 мең һум — бирҙе. Рәсәйҙең Испаниялағы вәкиллеге лә ҙур ярҙам күрһәтте, гел беҙҙең менән бәйләнештә булды. Иҫәбебеҙгә аҡса күсереүселәргә рәхмәт. Хатта Мәскәү аэропортында таныш булмаған бер ҡатын, үҙе яныма килеп, аҡса биреп китте. Тормошта изге кешеләрҙең күплегенә инандым, — тине Фәнүзә Алиулова.
Өләсәй менән ейәнде Баймаҡ район хакимиәте вәкилдәре аэропорттан тура Баймаҡҡа алып ҡайтып китте.
Н. РАФИҠОВА.


Вернуться назад