Почтальон булыуы анһат түгел08.08.2012
Почтальон булыуы анһат түгел— “Башҡортостан” гәзитен 50 йылдан ашыу алдырам, ләкин һуңғы ваҡытта баҫманың һуңлап килеүе күңелде ҡыра, аҙна-ун көнгә тотҡарланған мәлдәре лә йышайҙы, — тип шылтыратты редакцияға Сибайҙан Фәхрислам Байышев.

Был һорауға Сибай почтамты етәксеһе Азамат Юлдашбаевтың яуап биреүен үтендек, сөнки уҡыусыларыбыҙҙан гәзитте һуң алыуы тураһындағы хәбәр күп райондарҙан килеп тора. Бының сәбәбе нимәлә?

— Хат ташыусыларҙың етешмәүендә, — тине Азамат Мырҙағәле улы. – Беҙҙә лә почтальондар йыш алмашына. Ҡалаға улар утыҙлап самаһы кәрәк булһа, бөгөн бер нисә урын буш. Йәйге ял осоронда кешенең аҙлығы айырыуса һиҙелә. Эш еңелдән түгел, йәйге селләлә лә, ҡышҡы сатлама һыуыҡта ла көн һайын йәйәүләп йорттарҙы урап сығырға кәрәк. Күп урында хәҙер подъездар бикле, инерлек түгел. Йыш ҡына хат ташыусы почта йәшниктәренә барып етә алмай, ишекте астырһаң — әрләшәләр. Яңы килгән почтальондарҙың хеҙмәт хаҡы ла түбән, ә эшкә төшөнгән, гәзит-журналдарға яҙылыуҙы ла тейешенсә ойошторған почтальондың эш хаҡы 14-15 мең һумға барып етә. Ҡала хакимиәте менән килешеп, йәйге каникул осоронда почта ташыуға үҫмерҙәр һәм студенттар ҙа йәлеп ителә. Матбуғатты һуңлап алған осраҡта тура беҙгә мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайым.


Вернуться назад