Өй һалыуҙың нимәһе бар, өйәһең дә өйәһең...08.08.2012
1. Былтыр Башҡортостанда дөйөм майҙаны 2 миллион 109,3 мең квадрат метр булған 23,5 мең фатир төҙөп тапшырылған. Был 2010 йылға ҡарағанда 5,1 процентҡа күберәк. Ләкин бында төҙөлөш ойошмаларынан бигерәк халыҡҡа рәхмәт әйтергә кәрәк: бөтөн был күләмдең 1 миллион 546,3 мең квадрат метры, йәғни 73,3 проценты, шәхси торлаҡ төҙөүселәргә тура килә.
2. “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, заказсылар өсөн бер квадрат метр торлаҡ төҙөүҙең уртаса хаҡы 27 045 һум тәшкил иткән (индивидуаль торлаҡ төҙөлөшөнән башҡа). Был күрһәткес 2010 йылғы кимәлдән 6,3 процентҡа юғарыраҡ.
3. Торлаҡ төҙөлөшөнөң ҡиммәтләнеүенә төҙөлөш-монтаж эштәренең 20,6 процентҡа, машина һәм ҡорамалдарҙың — 4,8 процентҡа, башҡа капиталь төҙөлөш эштәренең һәм сығымдарының 10,8 процентҡа артыуы булышлыҡ иткән.
4. Төҙөлөш тармағында эшләүселәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы 2011 йылдың ун бер айында 2010 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 21,5 процентҡа артҡан һәм 19 521,9 һум тәшкил иткән. Был да төҙөлөш хаҡын күтәрергә “ярҙам” иткән.
5. Ҡаҙылмалар сығарыу тармағының монополиялашыуы һәм транспорт тарифтарының күтәрелә барыуы арҡаһында сеймалдың хаҡы ла һуңғы йылдарҙа бик тиҙ үҫә. Цементтың хаҡын, мәҫәлән, төрлө етештереүселәр бер йылда 25 проценттан алып 61 процентҡа саҡлы күтәрҙе.
6. Материалдар хаҡына уларҙы ташыуҙың ҡиммәтләнеүе лә йоғонто яһай. Иң ҙур транспорт сығымы төҙөлөш ҡомо, ваҡ ташлы ҡом һәм башҡа инерт материалдар ташыуға тура килә.
7. Йорт төҙөүҙең үҙҡиммәте күтәрелеүгә йоғонто яһаусы төп факторҙар:
- ер ресурстарына ҡытлыҡ;
- инженер селтәрҙәрен әҙерләүгә сығымдың ҙурлығы, был селтәргә тоташтырыу сығымдарының аныҡ ҡағиҙәләре булмауы;
- төҙөүселәрҙән урындағы инфраструктураны үҫтереү өсөн түләтеү, төҙөлгән йорттоң бер өлөшөн тейешле ойошмаларға тапшырыуҙы йөкмәтеү;
- төҙөү эшенә бәйле булмаған сығымдарҙың күплеге. Улар, нигеҙҙә, төрлө дәүләт ойошмаларында һәр төрлө раҫлатыу ҡағыҙҙарының оҙаҡ эшләнеүенә ҡайтып ҡала;
- торлаҡҡа ихтыяж артҡан саҡта төҙөүсе ойошмаларҙың үҙҙәренең дә фатир хаҡын ныҡ күтәреүе. Донъя практикаһында күп ҡатлы йортто төҙөү сығымдары менән уны һатыу хаҡының айырмаһы 14 — 18 % тәшкил итә, ә беҙҙә уны ҡыйбатлатырға тырышалар;
- проект хаталары, проект-смета документтарының түбән сифатлы булыуы;
- финанслау булмауы арҡаһында төҙөлөш эшенең йыш туҡтап тороуы.