Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында төҙөләсәк яңы мәсет тураһында мәғлүмәт матбуғатта байтаҡ баҫылды. Шуға күрә гәзит уҡыусыларҙан уның ниндәй буласағына, ҡасан төҙөлөп бөтәсәгенә ҡағылышлы һорауҙар килеүен дауам итә. Яңыраҡ беҙ төҙөлөштөң яҙмышы менән ҡабат ҡыҙыҡһындыҡ. Монументаль күренешкә эйә буласаҡ был ҡорам әлеге проспекттың Коммунистик урамды киҫеп үткән урынында төҫмөрләнә башланы ла инде. Тик ул бик аҡрын төҙөлә һымаҡ...
— Төҙөлөш башланды, ләкин мәсеттең проекты буйынса һаман уртаҡ фекергә килмәгәнбеҙ, бының үҙ сәбәптәре бар, — тип аңлаттылар Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратында. – Күҙ алдына килтерегеҙ: ниндәйҙер йомарт кеше һеҙгә йорт һалып бирергә булды, ти. Һеҙ быға шатланып ризалаштығыҙ. Ләкин ул төҙөү-ҡороу сығымдарына аҡсаны һеҙгә түгел, төҙөлөш бригадаһы етәксеһенә тоттора. Ә бригадир үҙен кем яллағанын онотмай, шуға күрә ул йортто һеҙ теләгәнсә түгел, ә аҡса биреүсе ҡушҡанса һала башлай. Ә йортта бит һеҙгә йәшәргә, ул зауығығыҙ буйынса ғына түгел, ә талап менән мохтажлыҡты ла иҫәпкә алып төҙөлөргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш өсөн һеҙ яуаплы... Беҙ, Диниә назараты ла, шундай хәлдә тороп ҡалдыҡ. Проект беҙҙе ҡәнәғәтләндереү генә түгел, ә дини талаптарға ла яуап бирә алмай. Әйтәйек, өҫтәге көмбәҙҙе архитекторҙар быяланан проектлаған. Улар уйынса, көндөҙгө яҡтылыҡтың өҫтән төшөүе отошло. Ләкин ғибәҙәт ҡылыусыларҙы өҫтән ҡояш нурҙары ҡыҙҙырырға тейеш түгел, был – эҫе ғәрәп илдәренән күскән талап. Манара аҫтында тәһәрәт алыу урындары проектланған, ләкин намаҙға саҡырып аҙан әйтелгән манара аҫтында тәһәрәт алына, йыуынты һыу түгелә алмай, был урын ситтәрәк булдырыла. Манара ҡаты ергә нигеҙләнергә тейеш. Тәһәрәт урындарының ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн айырым проектланыуы мотлаҡ. Башҡа шундай күп кенә талаптар ҙа үтәлмәй был проектта. “Һеҙ мәсет урынына мәҙәниәт йорто төҙөтөргә уйлайһығыҙ”, — тип әйтергә мәжбүр булдыҡ проектлаусыларға. Рәсәйҙең иң ҙур мәсеттәренең береһе икән, уның үҙ йөҙө булырға тейеш, ул таныулы булырға бурыслы. Ҡазандың Ҡол-Шәриф мәсетен, мәҫәлән, бүтән бер ҡорам менән дә бутарлыҡ түгел! Беҙ Төркиәнән донъяның бер нисә илендә ошондай ҙур мәсеттәр төҙөгән белгестәрҙе саҡырҙыҡ, уларҙың фекерен иҫәпкә алдыҡ. Ныҡыша торғас, ҙур көсөргәнешлек менән төҙөлөштө туҡтатып тороуға ирештек. Мәсеттең ахырғы проекты әҙер булғас та беҙ уны йәмәғәтселеккә күрһәтә аласаҡбыҙ. Әлегә “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына махсус рәүештә беҙ һайлап алған варианттар тәҡдим ителә. Уларҙа милли орнамент иҫәпкә алынды. Манаралар, мәҫәлән, башҡорт яугирҙәренең уғына оҡшатып эшләнгән.