Салауат ҡалаһы егете Рөстәм Вәлиев, йәш булыуына ҡарамаҫтан, һынлы сәнғәт өлкәһендә ҙур уңыштар яулай. Әле ул — Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Стәрлетамаҡ филиалында дизайн факультеты студенты.
Рөстәмдең төп ижади йүнәлеше — портрет төшөрөү. Тәүге картиналарын ул ҡәләм, ретуш, сепия ярҙамында төрлө ҡағыҙға, обойға, хатта гипс-ҡатырғаға төшөрә башлай. Беренсе портретында ҡәләм менән актер Гери Олдманды һынландыра.
Ваҡыт үтә килә Рөстәм арт-стрит (урам һынлы сәнғәте) менән мауыға башлай, тәүҙә асфальтта француз актеры Жан Реноның портретын яһай. Бының өсөн ҙур түҙемлек
кәрәк, бер портретты төшөрөү 3-5 сәғәт ваҡытты ала, шулай уҡ 30-60 киҫәк аҡбур китә.
Рөстәм 30 июндән 1 июлгә тиклем Санкт-Петербургта үткән I халыҡ-ара “Петербург буяуҙары” урам һынлы сәнғәте фестивалендә Башҡортостан һәм Салауат ҡалаһы исеменән ҡатнашып ҡайтты. Фестивалдә һәр ҡатнашыусы 3D эффектында асфальтта һүрәт төшөрөргә тейеш булһа, Рөстәм 2D-ла аҡ-ҡара төҫтәрҙә киң билдәле поп-йырсы Леди Гаганы төшөрә, был һүрәтте ул 17 сәғәт, йәғни ике көн буйы эшләй.
Рәссам бының менән генә туҡтап ҡалырға теләмәй, киләсәктә лә һынлы сәнғәт менән шөғөлләнеүен дауам итмәксе.
Гөлфинә МЫРҘАҠАЕВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.