Ғалимдарҙың, ябай уҡыусыларҙың әҙәби телебеҙҙең грамматик нормаларын мөмкин тиклем дөрөҫ ҡулланыу, телебеҙҙең таҙалығын һаҡлау тураһындағы сығыштары “Башҡортостан” гәзитендә даими баҫыла килә. Уларҙың араһында филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Усманованың дөрөҫ яҙылыштың төп ҡағиҙәләренә бәйле дауамлы мәҡәләһе айырыуса фәһемле булды.
Аңларға теләгән, белгеһе килгән журналисҡа, уҡытыусыға, гәзит уҡыусыға сәйнәп ҡаптырылған әҙер материал, күрһәтмә булды ул. Әммә мәҡәләне уҡып, ентекле өйрәнеп, үҙ эшендә ҡулланыусылар булырмы икән? Бөрйәндән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулла Ваһаповтың “Эт өрә, бүре йөрөй” (“Башҡортостан”, 2012 йыл, 25 май) тигән мәҡәләһендәге фекер өҫтөнлөк алмаһа ярар ине тигән уй тыуа, сөнки, төп милли баҫмабыҙ хата ебәрмәү хаҡында өҙлөкһөҙ яҙып торһа ла, алға китеш бик самалы. Шул уҡ күплек ялғауҙарының ҡулланылышында, айырым һүҙҙәрҙең яҙылышында хаталар осрап тора. Мәҫәлән, “олатай” “оло” һәм “атай” тигән ике һүҙҙән барлыҡҡа килгән — оло әсәй ҙә “оләсәй” тип яҙылырға тейеш тә баһа. Бының өсөн ҙур белем кәрәкмәй, һүҙҙең мәғәнәһен белеү ҙә етә.
Ә инде “картуф” хаҡында күпме һүҙ сурыттыҡ! Картуфмы, бәрәңгеме, йәблекме (Силәбе өлкәһендә), кәртүк булһынмы — шул уҡ нәмә тураһында һүҙ бара. Әҙәби телгә “картуф” булып килеп ингән икән, йөрөһөн шулай, ә һөйләштә һәр кем үҙенсә әйтһен — аңлашыла бит. Бынан зыян юҡ.
Шул уҡ ваҡытта “сеялка”, “помощник”, “остановка”, “баня” һәм башҡа күп һүҙҙең башҡортса тәржемәһе булып та, уларҙы үҙебеҙсә әйтмәү телебеҙҙе боҙоуға, ярлыландырыуға килтерә. Сит атамаларҙы былай ҙа шул көйөнсә ҡулланырға мәжбүрбеҙ: вагон, поезд, вокзал, аэропорт, машина һәм башҡалар. Телебеҙҙә тәржемәһе булған һүҙҙәрҙе үҙебеҙсә әйтеү, дөрөҫ яҙыу милләткә ихтирамды, мәҙәни кимәлде күрһәтә түгелме? Был йәһәттән радио-телевидение хеҙмәткәрҙәренә лә дәғүә күп. Мәҫәлән, “продукт”ты “аҙыҡ-түлек”, “ашамлыҡ”, “ризыҡ” тип әйтер урынға “продукты” тиҙәр. “Тарелка”ның иһә үҙебеҙсә бик матур “таштабаҡ” тигән тәржемәһе бар. “Пирог“ты (башҡортса ләүәш, бәлеш була) мейескә ебәрәбеҙ”, тиеү ҙә йыш осрай — урыҫсанан туранан-тура тәржемә итәләр. Шул уҡ ваҡытта “йылға ярҙарына төштө” түгел, ә “һыу үҙәненә төштө, ултырҙы” тиһәк, халыҡсаныраҡ булыр ине.
Күптән түгел республикабыҙҙағы көрсөк үҙәге тураһында тапшырыу булды. Уны Зөлфиә Рәхмәтуллина алып барҙы. Урынлы һәм бик кәрәк тапшырыу. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙәктән килгән белгес, башҡортса матур һөйләһә лә, “кризис центры”, “продукты” тип урыҫса ҡатыштырып әйтеп, телмәренең бәҫен төшөрҙө.
Халыҡ яратып ҡараған “Сәләм” тапшырыуындағы “ҡотлау” һүҙҙәре кемде һөйөндөрә икән? Мәҫәлән, “тыуган коно менан котлаем һам бахетле бул”, “Абйалил районынан зур салам. Асаен һам атаен”. Башҡорт шрифтын булдырыу шулай ҡыйынмы, әллә ғәмһеҙлекме? Мөмкин булғанды, ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләй алмайбыҙмы ни?
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында әҙәби телде яңынан төҙөү тураһында күп бәхәс булды, ләкин күпселек еңде. Был мәсьәлә тынып ҡалғандай булды. Әммә быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән бер ултырышында был турала тағы кемдер һүҙ ҡуҙғатты. Күптән һөйләшеп бөтөп, телде үҙгәртеүҙең кәрәге юҡлығына нөктә ҡуйылғас, тағы кемгәлер буш һүҙ кәрәк булды. Йылдар буйы төҙөлгән, үҙ баһаһын алған әҙәби телебеҙҙе уҡытыуҙа бер туҡтауһыҙ ҡаршылыҡтар булып торғанда, уны тамырынан үҙгәртергә тырышыу уҡыу-уҡытыу системаһын юҡҡа сығарыуға килтерер, мәғарифҡа аяҡ салыу менән бер булыр ҙа баһа.
Бөгөн әҙәби телебеҙҙе төрлө милләт балалары өйрәнә башланы, уға тейеү халыҡҡа хыянат итеүгә тиң булыр. Тәтешле, Борай, Асҡын районы мәктәптәрендә булырға тура килгәйне. Ундағы балаларҙың әҙәби телдә оҫта һөйләшеүенә, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуына ҡыуанып ҡайттым. Улар мәктәптә, әҙәби телдә уҡый, яҙа. Ә өйҙәрендә үҙ диалектында һөйләшеүгә берәү ҙә кәртә ҡуймай.
Силәбеләрҙең — “ҡыһыл быһау”, Дим буйындағыларҙың “ҫыу буйында ҫыуғаным” тип һөйләүендә бер ниндәй хилафлыҡ юҡ. Тик әҙәби телде өйрәнеүҙә тотҡарлыҡ булмаһын. Ә инде уға үҙгәрештәр индереү, яңынан төҙөү мәсьәләһен күтәреүселәр һәр ауылға бер әҙәби тел булдырыу кәрәк тип һанай кеүек. Беҙҙең бөгөнгө бурыс — күптән нығынған әҙәби телебеҙҙе ысын мәғәнәһендә уҡытыуға тырышыу. Әҙерҙе емереүе рәхәт ул, ә уны яңынан тергеҙеү — бик ҡатмарлы һәм оҙайлы эш. Булғанды юғалтмаһаҡ ине. Шуның өсөн телебеҙҙе һаҡлау, уны үҙебеҙҙең ерлек һүҙҙәре менән әленән-әле байытыу, грамматик нормаларҙы дөрөҫ ҡулланып, дөрөҫ һөйләү, яҙыуҙы талап итеү мөһим.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.