Инйәр ауыл Советына 22 ауыл ҡарай. Ҡасабаны һәм ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеүсе Инйәр торлаҡ-коммуналь хужалығының хаҡтары беҙҙе аптырата. Етәксеһе менән осраштыҡ, ләкин ул аныҡ ҡына яуап ҡайтара алманы.
Инйәр ҡасабаһы һәм Уҫманғәле ауылы өсөн һыу Уҫманғәленән алына. Был ауыл ҡасаба менән тоташҡан тиерлек, хатта бер исем менән атаусылар бар. Беҙҙә һыу менән тәьмин итеү 2011 йылда 22 һум 2 тин тора ине, 2012 йылдың 1 июленән — 23,34 һум, ә сентябрҙән 24,6 һум буласаҡ (кубометры).
2011 йылда шул уҡ бер кубометр һыу Өфөлә — 9,2, Стәрлетамаҡта — 6,48, Белоретта 10,69 һум ине. Белеүебеҙсә, был ҡалаларға һыу бик алыҫтан килә. Хаҡтарҙы Инйәр торлаҡ-коммуналь хужалығы нимәгә нигеҙләнеп билдәләне икән? Әллә Инйәр халҡы эш хаҡын, пенсияны ҡалала йәшәүселәрҙән күберәк аламы? Ниндәй ғәҙелһеҙлек ул?
Беҙ коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙе тәртипкә һалыуҙы һорайбыҙ.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы.