Сифат булғас, ихтыяж арта07.08.2012
Сифат булғас, ихтыяж арта“СУ-10” компаниялар төркөмө — республиканың төҙөлөш тармағында иң ҙур һәм уңышлы эшләүсе ойошмаларҙың береһе. Ун йыл самаһы элек бер бригаданан ғына торған был предприятие хәҙер Башҡортостан әһәмиәтендәге ҙур объекттарҙы төҙөүҙә ҡатнаша. Шуны билдәләү мөһим: 10-сы төҙөлөш идаралығы материалдарҙы үҙе етештерә, төҙөлөш майҙанына ташый, объекттарҙағы эште башынан аҙағына тиклем атҡара.
Компанияның тармаҡта биләгән урынын тоҫмаллау өсөн уның Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназияһы бинаһын яңыртып ҡороуын, Р. Ғарипов Сифат булғас, ихтыяж артаисемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһын, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһын төҙөүен миҫал итеп алырға мөмкин. “Үҙ йортом” программаһы буйынса Өфө районының Шамонин һәм Дорогин ауылдарында аҙ ҡатлы социаль торлаҡ төҙөүҙә лә ҡатнашҡан. Бөгөн компания ҡарамағындағы предприятиелар республиканың төрлө ҡала һәм райондарында һигеҙ балалар баҡсаһы һәм дүрт мәктәп һала, ете объектты быйыл файҙаланыуға тапшырырға йыйыналар. Бер үк ваҡытта 15 торлаҡ йорт төҙөү менән мәшғүлдәр.
Төҙөлөштә бетон иҙелмәһенә ихтыяждың ҙурлығы хаҡында һөйләп-аңлатып тораһы ла түгел.
Сифат булғас, ихтыяж арта— Компанияның объекттарын был материал менән беҙ тәьмин итәбеҙ. Ҡырсын Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан килтерелә. Көн һайын төҙөлөш майҙандарына 200 кубометр иҙелмә оҙатабыҙ. Төп бурысыбыҙ — материалды юғары сифатлы итеп әҙерләү. Быға өлгәшеү өсөн химик өҫтәмәләр индерәбеҙ, һөҙөмтәлә продукциябыҙ дәүләт стандарттарына тап килә, — ти иҙелмә бетон етештереү участкаһы етәксеһе Марат Мәһәҙиев.
Бында егерме кеше даими эшләй. Коллектив тотороҡло һәм берҙәм, эшселәр хеҙмәт шарттарынан да, айлыҡ түләү күләменән дә ҡәнәғәт.
— Эште еңел тип әйтеп булмай, әлбиттә, шулай ҙа хеҙмәт хаҡын һәр саҡ билдәле көндә алабыҙ, ҡәнәғәтбеҙ. Күптән түгел еңел машинамды яңыға алмаштырҙым, Бөрйән яғынан бура алып ҡайтып, тыуған яғым Стәрлебашта йорт төҙөй башланым. Хеҙмәттәштәрем Руслан Мөхәмәтйәнов, Салауат Хажиев, Айнур Хәсәнов, Андрей Апанасевич та торлаҡлы булырға йыйына. Иптәштәремдең күбеһе сит ил автомобилендә йөрөй, — тип ихлас һөйләне беҙгә иҙелмә етештереүсе Альфред Ҡарабаев.
Я. УСМАНОВ.


Вернуться назад