Икеләтә байрам07.08.2012
Дим биҫтәһендә райондың 125 йыллығына һәм Тимер юлсылар көнөнә арналған байрам саралары үтте.

Тарихтан күренеүенсә, 1877 йылда Рәсәй дәүләте картаһында ҙур булмаған станция барлыҡҡа килә. Бер быуаттан ашыу ваҡыт эсендә “Дим” станцияһы Рәсәйҙең ҙур тимер юл узелына һәм баш ҡаланың иң матур, экологик яҡтан таҙа райондарының береһенә әүерелә.
Рәсми саралар “Орион” балалар һәм үҫмерҙәр ижад йортонда уҙғарылды. Иртәнән алып “Баллы йәй” йәрминкәһе гөрләне, Дим предприятиелары продукцияһының күргәҙмә-сауҙаһы ойошторолдо. Фоторәссам Сергей Сазоновтың эштәре ҡуйылған “Дим — кешеләр йөҙөндә” фотокүргәҙмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Тамаша залында үткән тантаналы йыйылышта райондың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Артабан байрам саралары урындағы мәҙәниәт һәм ял паркында дауам итте. Юбилейға арналған еңел атлетика эстафетаһында Өфөнөң барлыҡ райондарынан йыйылма командалар ҡатнашты. 25 спортсынан торған һәр команда биш этапта ярышты. Маршрут Ухтомский, Муса Йәлил, Хәҡиҡәт, Үҙәк һәм Таллинн урамдарынан үтте. Шуныһы иҫтәлекле: был ярышта Дим районында йәшәгән билдәле спортсылар һәм спорт ветерандары ҡатнашты.
“Дим — алға табан 125 йыл” мәҙәни-спорт байрамында көрәш, волейбол, өҫтәл теннисы, арҡан тартышыу, шашка, шахмат һәм башҡа ярыштар уҙғарылды. Райондың, баш ҡаланың һәм республиканың эстрада йондоҙҙары, иң яҡшы ижади коллективтар сығыш яһаны.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад