Алда ғүмер барын барҙыр...07.08.2012
Күренекле рус яҙыусыһы Виктор Астафьев Хоҙай тәхете ҡаршыһына баҫырҙан алда ғына шундай әрнеүле һүҙҙәрҙе яҙып ҡалдырғайны: “Миңә ҡайһы саҡта хәҙер инде бер кемде лә һүҙ менән аҡылына килтерә, доға менән сафландыра алмаҫбыҙ һымаҡ тойола. Һүҙ арыны. Беҙҙән арыны. Ә беҙ һүҙҙән арыныҡ. Барлыҡ һәм һәр төрлө һүҙҙәрҙән. Уларҙы күп сарыф иттек бит инде...”

Хәйер, хәҙерге заманда һүҙҙе үлсәп әйтеү, фекерҙең тослоғо мәсьәләһе әҙәм балаларын борсомай, ахыры. Телевизор экрандарынан, радионан, гәзит биттәренән һүрелмәҫ-һайыҡмаҫ һүҙ даръяһы ағыла. Ҡайһы саҡ Мәскәү һәм республика телевидениеһындағы тапшырыуҙарҙы ҡарай-тыңлай торғас, бер мәлгә булһа ла тын ҡалып ултырғы килә. Сафсаталар ялҡыта ла, арыта ла шул. Ғүмерен ауылда үткәргән Ғарифулла олатайым мәрхүм, колхоздың ярты төнгә хәтлем һуҙыла торған йыйылыштарынан талсығып ҡайта ла бар тәьҫоратын “бәлтәүнә” тигән һүҙгә һала торғайны. “Болтовня”ны олатайым һуғыш ваҡытында хеҙмәт әрмеһендә отоп ҡайтҡан булыр. Күрәһең, унда ла түрәләр һүҙгә һаранланмаған.
Аҙ һүҙле, ҡырыҫ холоҡло, ғүмеренең һәр мәлен эшкә генә арнаған кеше ине шул олатайым. Уның заманында урамдағы һәр мужик сәйәсмән түгел ине, һәм бушты бушҡа ауҙарып йөрөүселәрҙе елғыуар тип кенә йөрөттөләр. Ел ҡыуыусы. Исеме есеменә таман килеп кенә тора.
“Аргументы и факты” аҙналығы ете йылдан күберәк ваҡыт “Мин аңламайым...” тип аталған рубриканы алып бара. Унда зиһен етмәҫлек фәлсәфәүи йә сәйәси мәсьәләләр күтәрелмәй, ә тормошобоҙҙағы күрәләтә булдыҡһыҙлыҡ һәм ғәмәлдә асыҡ нәмәне бутау осраҡтары тураһында яҙалар. “АиФ”тағыса, минең дә баш етмәгән нәмәләр бихисап һәм тормош уны көн һайын өҫтәп кенә тора. Мин дә, ике-өс йәшлек сабый шикелле, “ниңә былай, ни өсөн тегеләй түгел?” кеүегерәк һорауҙарҙы бер туҡтауһыҙ яуҙырырға әҙер. Әммә уларға яуап таба алырмынмы?
Бөйөк рус философы Николай Бердяев: “Демократия — ул әлегә кемде тыңларға белмәгән, әммә кемде тыңламаҫҡа икәнен белгән ҡоролош”, — тигән. Бына һеҙ, дуҫтарым, бөгөн кем һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәклеген беләһегеҙме? Мин — юҡ. Халыҡтың ҡайһылыр өлөшө бер заман, илебеҙҙәге рәсми пропаганданың буш сафсата булыуынан ялҡып, йәшертен генә “Свобода”, “Голос Америки” кеүегерәк радио тапшырыуҙарын тыңлай башлағайны. Горбачев иғлан иткән “билдәлелек” заманы башланғас, әлбиттә, төрлө мәғлүмәт тулҡыны беҙҙе баштан-аяҡ күмеп китмәне, бәлки, цунами һымаҡ, йөрәктәребеҙҙәге ышаныуҙарҙы, идеалдарҙы йыуып-емереп үтте. Буш һүҙҙәр, күп кешеләрҙең ғәҙәт-холҡона әүерелеп, әле лә йәшәп килә. Беҙ хәҙер бер кемде лә тыңларға ла, ишетергә лә теләмәйбеҙ. Дөрөҫөрәге, тыңлау һәм ишетә алыу мәҙәниәтен юғалттыҡ.
Йәмғиәттә йәшәгәс, унда һүҙҙең дә төрлөһө була. Һүҙ самаһын белгән хәлдә лә, фекерҙең төрлөһөн белеү ҙә яҡшы. Шул уҡ ваҡытта фекерҙәр буталған саҡта асыҡлыҡ индереүсе, һәр кемдең йөрәген ҡағырлыҡ, ил башының ил ҡолағына инерлек һүҙе булырға тейеш. Әлегә иһә, күңелдәрҙе өйкәп торған күп һорауҙарға яуап таба алмай яфаланабыҙ. Шик-шөбһәләр йөрәкте талай, сөнки беҙ илебеҙ яҙмышы, уның киләсәге өсөн борсолоуҙар менән йәшәйбеҙ.
Рәсәйҙе донъя дәүләттәре ғаиләһендә ниңә үгәйһетергә тырышалар? СССР-ҙан ҡалған бөтөн йөкләмәләр, бурыстар, гонаһтар өсөн ниңә Рәсәй яңғыҙы ғына яуап бирә? Беҙҙе асыҡтан-асыҡ дошман күреүсе күрше илдәр етәкселәренә ҡарата ниңә аҙ ғына булһа ла ҡырыҫлыҡ, хужасыл принципиаллек күрһәтмәҫкә? Ниңә былар Саакашвили, Ющенко йә иһә Балтик буйы дәүләттәре башлыҡтары кеүек әфәнделәргә ҡағылмай? Америка Ҡушма Штаттары, мәҫәлән, үҙ тышҡы сәйәсәтендә иҡтисади, хәрби факторҙарҙы бергә файҙалана. Хәҙерге халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә был үҙен аҡлай. Ә Рәсәй етәкселәре нимәнән тартына? Донъяла көслөләр менән генә һанлашалар, ихтыярһыҙҙарға унда урын юҡ.
Тағы ла һүҙҙәр, һүҙҙәр...
Беҙ йыш ҡына океан аръяғынан, Европа уртаһынан ишетелеүсе һүҙҙәрҙән донъяның артабанғы яҙмышын төҫмөрләйбеҙ. Шул иҫәптән — Рәсәйҙең дә. Мәҫәлән, АҠШ-тың элекке Дәүләт секретары Мадлен Олбрайттың: “Икһеҙ-сикһеҙ Себер ни өсөн бер Рәсәйҙеке генә булырға тейеш әле?” — тигән һүҙҙәре шул ваҡытта уҡ илебеҙ етәкселәрен һағайтырға тейеш ине. Ләкин әлеге тупаҫлыҡҡа ҡарата беҙҙең яҡтан ләм-мим һүҙ ишетелмәне. Йәки кредиторҙарҙың Париж клубы Рәсәйҙең тышҡы әжәттәрҙе ваҡытынан алда ҡайтарырға ниәтләүенә оторо тороп маташты. Һуңғараҡ ризалыҡҡа килһә лә, был факт — финанс мәсьәләһе түгел, бәлки алыҫҡа йүнәлтелгән сәйәсәт. Унда Рәсәй дәүләтселегенең киләсәге шик аҫтына ҡуйыла.
Ят көйҙәргә бейемәй, хамелеонға әүерелмәй, ғорур Рәсәй гражданы булып йәшәге килә. Буй етмәҫлек хыял да түгел бит инде был. Илебеҙҙең Хоҙай биргән икһеҙ-сикһеҙ хазиналары, бөрсәгә алтын даға ҡаға белгән маһир халҡы барҙа беҙ ниңә донъяла иң мәртәбәле дәүләт булып түгел, ә Сомали хәлендә йәшәргә тейеш? Әлбиттә, был Африка дәүләтен кәмһетергә теләүҙән килмәй, бәлки фашизм кеүек ғәйәт ҙур бәләне ауыҙлыҡлай алған дәүләтебеҙҙең мөмкинлектәренә ышанғандан әйтелә.
Әллә йәйҙең тамуҡ эҫеһе менән, бәлә-ҡазалы килеүе үҙенекен итәме йә иһә донъяның тынысһыҙлығымы — йөрәк урынында түгел. Һуғыштар, дәүләт институттарын сигендереп барған енәйәтселек... Шашынған әхлаҡһыҙлыҡ... Ләкин...
Йәшәүҙән юҡ әле ваз кисеүҙәр,
Ҡайын паклығынан хисләнеүҙәр,
Яҙын торна сыңын ишетеүҙәр,
Халҡым яҙмыштарын кисереүҙәр...
Бер уйлаһаң, беҙҙең китеү менән донъяның бөтмәҫе мәғлүм. Ағиҙел дә, ныҡ һайыҡһа ла, аҡмай тормаҫ. Ҡояш та мәңгелек сәфәрен өҙмәҫ. Кемдеңдер тормош юлы һуңғы саҡрымдарын һанай, икенсе берәү, мәңгелек менән бәхәсләшеп, сәфәрен башлап ҡына тора. Алда ғүмер, бәлки, барҙыр барын, ләкин уның буш һүҙҙәр даръяһында үтеүе генә йәл.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Вернуться назад