Ул беҙҙе ваҡланмаҫҡа өйрәтте07.08.2012
Ул беҙҙе ваҡланмаҫҡа өйрәттеАтайым беҙгә оҙаҡ ҡарап торҙо ла: “Тәк, бөгөн минең менән Рәфҡәт ҡала”, — тине. Ағайымдар һәм ҡустым ҡыуаныстан һикереште, унан бер ағайым йүгән тотоп, ат янына сапты, икенсеһе рюкзакка әйберҙәрҙе тултыра башланы...

Атай урманда ҡуна ятып эшләй ине, аҙна аҙағында мунсаға ғына ҡайта торғайны. Ә беҙ, малайҙар, сиратлап уға иптәшкә ҡалырға күнеккәйнек. Эҫенең шашҡан ваҡыты. Ҡарағайҙан сайыр йыябыҙ, биш мең төп ағастың бөтәһенә лә өлгөрөргә кәрәк. Йәй — ҡыҫҡа миҙгел бит, өҫтәүенә, алда — бесән әҙерләү мәшәҡәттәре. Шуға ла атайым көҙгәсә урманда булды.
Ағайымдар атты егеп, ауылға ҡайтып киткәс, атайым: “Һин, улым, киске тамаҡ әҙерлә, мин һалҡыныраҡта тағы эшләп алам”, — тип, урман буйлап сығып китә, ә мин яңғыҙ ҡалам. Ҡараңғы төшкәс кенә атай ағас араһынан айыу кеүек шатыр-шотор килеп сыға, икәүләп усаҡты ҙур итеп яғып ебәрәбеҙ. Тирә-яҡ дөм ҡараңғы, һауала — йондоҙҙар ғына. Ашап алғас, мин һорау яуҙыра башлайым: “Күктә нисә йондоҙ бар икән?..” Атайым йондоҙҙарҙан башлай, артабан Йыһан, Америка, Куба, Брежнев, Сталин, Гитлер — бер ни ҡалмай. Йоҡлап киткәнсе бар донъяны һөйләп бирә. Ә иртән торғас, сәй эсә лә тағы ағас араһына инеп китә.
Атай менән урманда йөрөгәндә беҙҙә ҡурҡыу тойғоһо булманы. Әсәйем: “Һаҡ йөрө, йылан сағып ҡуймаһын, айыу килеп сыҡмаһын”, — тиһә, ул: “Ҡуй әле, ниңә юҡ менән балаларҙы ҡурҡытаһың, шунан урманда нисек эшләһендәр”, — ти торғайны. Ысынлап та, юҡ-барҙан шөрләү егет кешегә килешмәй инде.
Урмансы ғына түгел, балта оҫтаһы ла булды атайым. Мин белгәндән генә утыҙлап өй бураны, тиҫтәнән ашыуын иҙән-түбәһенә, ишек-тәҙрәһенә тиклем үҙе эшләне. Ул заманда яҡындарыңдан, таныштарыңдан аҡса алыу гонаһ һаналған кеүек ине. Былай атайым бер ваҡытта ла эше өсөн хаҡ һораманы, кешене үҙ ихтыярына ҡуйҙы. Туғандар менән үҙ-ара ныҡ татыу йәшәнек, шулай ярҙам итешеп торғанғалыр инде.
Мәктәп йылдарында уҡыуҙан ҡайтҡас, дәрестәрҙе атайҙан ҡабаттан һорашыр булдыҡ. Ул беҙгә ысынды һөйләп бирә торғайны. Яҙыусылар тураһында һөйләшһәң, ҡайһы әҙиптең нисә хикәйәһе, нисә романы барлығы, уларҙың ни тураһында, кем хаҡында икәнлеге — барыһын да белә. Шуларға үҙенсә анализ яһай. Ҡышын ауылыбыҙҙың китапханаһындағы барлыҡ баҫманы уҡып сыға ла, яңылары килмәһә, элеккеләрен яңынан ала башлай.
Атайым тормошҡа фәлсәфәүи ҡараны, минән дә бай кеше юҡ икән, тигәне хәтерҙә. Башҡаларҙың байлығына ҡараманы ла. “Йә, ниндәй байлығың бар, күрһәт”, — тиһәләр, бөтә туғандарын, күршеләрен һанап сыға ла: “Шунан мин бай булмай, кем бай булһын? Кеше дуҫтары менән бай”, — ти. Әсәйемә: “Беҙҙән дә бәхетле кеше юҡ. Ни эшләһәк тә, килешеп башҡарҙыҡ, бер-беребеҙгә һыйынып йәшәнек, зерә мөхәббәтле булдыҡ”, — тиһә, уныһы: “Ҡуй, балалар алдында артығын һөйләмә”, — тип туҡтатҡан була торғайны.
Һәр ваҡыт үҙенең ғүмеренә рәхмәтле йәшәне атай. Буш ваҡыттарында өйҙө гармун моңона күмә ине. Беҙҙең ҡайтыу — уның өсөн оло байрам. Атай-әсәй ҡуйынында ете бала үҫтек бит: биш малай һәм ике ҡыҙ. Барыбыҙға ла иғтибар тигеҙ тәтене. Хәҙер инде һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ ғаиләһе, үҙ ҡәлғәһе.
Бер мәл урындағы табип атайымдың һаулығын тикшерергә килгән. “Әйҙә, йөрәгегеҙҙе тыңлап ҡарайым”, — ти икән. “Әллә дауаларға уйлайһыңмы? Әлегәсә ул ауырыуҙы берәү ҙә еңә алмаған. Әжәлдән дауа юҡ бит ул”, — тигән атайым, йылмайып. Уның рухи яҡтан шул тиклем көслө булыуына һоҡланам. Беҙҙе лә донъяға бүтәнсә ҡарарға, тормоштоң һәр төҫөн айырырға өйрәтте.
Баймаҡ районының Әмин ауылында йәшәгән, ғүмере буйы урман хужалығында намыҫлы хеҙмәт иткән Морат Фәтхулла улы былтыр изге рамаҙан айында яҡты донъя менән хушлашты. Беҙ уны юҡһынабыҙ, бер үк ваҡытта шундай ғаиләлә үҫкәнебеҙ өсөн ғорурланабыҙ ҙа. Йәне йәннәттә булһын атайыбыҙҙың.
Рәфҡәт ЮНЫСОВ.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад