Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов менән "Роснано" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе Анатолий Чубайс Өфөлә иң заманса ҡаҙаныштар нигеҙендә эшләйәсәк медицина үҙәгенә нигеҙ һалды. Күптәр уны "ПЭТ-үҙәк" тип атарға ла өлгөрҙө.
Позитрон-эмиссион томография, радиохирургия һәм диагностикалау өсөн радиофармацевтика препараттарын етештереүҙе берләштерәсәк үҙәк Республика клиник онкология диспансеры биләмәһендә урынлаша. Төҙөлөш 2013 йылдың икенсе кварталында тамамланырға тейеш. Йылына 5 000 кешене диагностикалау, 100 мең доза етештереү ҡеүәтенә эйә буласаҡ.
— Һәр 100 мең кешегә онкологик сиргә дусар булған 278,5 кеше тура килә, — тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, үҙәккә ихтыяждың ҙур булыуын һандар менән иҫбатлап. — Төп бәлә яман шештең күптәрҙә һуңлап асыҡланыуында.
Позитрон-эмиссион томография — онкология, картиология һәм неврология сирҙәрен асыҡлауҙың иң заманса һәм уңайлы ысулы. Был тикшереүҙе уҙғарыу өсөн организмға радиофармпрепарат ебәрергә һәм кешене махсус ҡоролмаға индерергә кәрәк. Яман шеш туҡымалары һәм матдәләр алмашыныуы әүҙем барған туҡымалар радиоактив препараттарҙы "йота". Был сирле урындарҙы тиҙ һәм ваҡытында асыҡларға ярҙам итә. Радиопрепараттар тиҙ тарҡалғанға күрә, кеше нурланыш алмай тиерлек.
Алдынғы медицина үҙәгендә ҡулланыласаҡ радиохирургия күп төрлө сирҙе, тәү сиратта, яман шеште тиҙ һәм һөҙөмтәле дауаларға ярҙам итәсәк. Бының өсөн көслө нурҙарҙы ауыртҡан ергә йүнәлтеү ҙә етә. Ғөмүмән, радиохирургия наркоз менән скальпты алыштырасаҡ.
Рәсәйҙә позитрон-эмиссион томография үҙәктәре тиҫтәгә лә тулмай. "Роснано" йәмғиәте илдә ошондай заманса үҙәктәр селтәрен булдырыуға ынтыла. Өфөләге үҙәкте төҙөү өсөн Анатолий Чубайс 959 миллион һум аҡса вәғәҙә итте.
— Проектыбыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн төрлө төбәктәрҙән тәҡдимдәр көттөк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов был мәсьәләгә ҡарата айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтте, шуға күрә сираттағы үҙәкте фәҡәт Өфөлә асырға ҡарар иттек. Бер йылдан Башҡортостан медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса үҙенсәлекле төбәккә әүереләсәк, — тине Анатолий Борисович нигеҙ ташын һалыу тантанаһында.
Рөстәм Хәмитов үҙәктең меңәрләгән ғүмерҙе һаҡлап ҡалырына ышаныс белдерҙе.
Нурзиә ХӘСӘНОВА