“Башҡорт Уралы” — донъя киңлегендә04.08.2012
“Башҡорт Уралы” — донъя киңлегендә“Башҡорт Уралы” биосфера резерваты Бөтә донъя биосфера ҡурсаулыҡтары селтәрен тулыландырҙы. Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Парижда “Кеше һәм биосфера” программаһының Халыҡ-ара координация советы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителгән.

“Башҡорт Уралы” Көньяҡ Уралдың көнбайышында урынлашҡан һәм 345,7 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Уның эсенә федераль һәм республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре — “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы, “Башҡортостан” милли паркы, “Мораҙым” тарлауығы, “Алтын солоҡ” һәм “Эйек” заказниктары инә. Биорезерват үҙенең биологик күп төрлөлөгө менән айырылып тора. Был биләмәлә 1650-нән ашыу үҫемлек төрө бар, шуларҙың 44-е башҡа бер ерҙә лә осрамай. Бында 2 меңдән ашыу хайуан төрө йәшәй. Ландшафт та үҙенсәлекле: тау йылғалары, тау далалары, болондар, һыу һаҡлағыстар.
Биосфера ҡурсаулыҡтарында биологик күп төрлөлөктө һаҡлау менән бер рәттән уларға комплекслы идара итеү тормошҡа ашырыла.
Республикала “Башҡорт Уралы” комплекслы биосфера резерватын ойоштороу буйынса эш былтыр башланғайны. Шул осорҙа Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Биология институты, “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, “Башҡортостан” милли паркы “Башҡорт Уралы” биосфера резерваты статусын биреү тәҡдиме индергәйне.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад