Уҡытыусылар өсөн йорт04.08.2012
Өфөнөң Киров районында баш ҡалалағы юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары өсөн торлаҡ йорт сафҡа инде. Уны асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты. Ул ошондай проекттарҙың артабан да тормошҡа ашырыласағына ышаныс белдерҙе.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йортто һалғанда ҡала власы ер бүлеүҙә ярҙам күрһәткән, инженерлыҡ селтәрҙәрен үткәреүҙе тиҙләткән.
14 ҡатлы йортта 89 фатир бар, шуларҙың күбеһе — 34–44 квадрат метрлыҡ бер бүлмәле фатирҙар. Бында Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы һәм башҡа вуздар уҡытыусылары йәшәйәсәк. Улар торлаҡ хаҡын 1,5–2 йыл эсендә түләү мөмкинлегенә эйә. Ошондай практика дауам итәсәк, киләһе йорт Өфөнөң Сәғит Агиш урамында һалынасаҡ тип күҙаллана.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад