Өфөнөң Дим районындағы 47-се ҡала поликлиникаһының көндөҙгө стационары файҙаланыуға тапшырылды. Корпусты асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, быйыл социаль өлкә һәм һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөү күләме совет осорондағы иң яҡшы күрһәткестәрҙән дә юғарыраҡ.
— Бындай объекттарға ошондай күп аҡса тәүгә тотонола. Быйыл ҡалала 10 яңы балалар баҡсаһы эш башлаясаҡ. Шакша, Максимовка, Дим халҡы ыңғай үҙгәрештәрҙе тойһон өсөн ҙур тырышлыҡ һалына. 47-се поликлиниканы артабан да үҫтерәсәкбеҙ, — тине Ирек Ялалов.
Заманса стационар медицина ярҙамы сифатын яҡшыртасаҡ, уға эйә булыу мөмкинлеген арттырасаҡ. Комплекс ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау өсөн өр-яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, яңы бүлек кабинеттарында ҡан тамырының эсен лазер менән нурландырыу аппараты, магнит менән дауалау ҡорамалдары бар. Палаталарҙа заманса мебель, махсус елләтеү техникаһы ҡуйылған.
Бөгөн 47-се поликлиника — Дим районындағы берҙән-бер амбулатор дауалау учреждениеһы. Бында 65 меңдән ашыу кешегә ярҙам күрһәтелә. Заманса стационар — һуңғы йылда ошо районда сафҡа индерелгән өсөнсө һаулыҡ һаҡлау объекты. Былтыр ноябрҙә бында яңы поликлиника корпусы асылды, ә быйыл мартта Ухтомский урамында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы эшләй башланы.
Л. ФӘРИТОВА.