Йылмайып-көлөп кенә04.08.2012
Ғәләмәт эҫе. Электричкала әбей кеҫә батарейкалы вентилятор һатып йөрөй.
Ҡатыны иренә:
— Әйҙә һиңә вентилятор алып бирәм. Мәскәүгә хәтле Карлсон кеүек выжлап барырһың...
Ире:
— Юҡ. Ул аҡсаға миңә өс шешә һыра алһаң, юл буйына иңкеш кеүек шаулап барырмын.

* * *
— Быйыл мин отпускымды шул хәтлем яҡшы итеп үткәрҙем!
— Диңгеҙҙә булдыңмы әллә?
— Юҡ, өйҙә. Ҡатыным менән ҡәйнәм диңгеҙгә барҙы.
* * *
Испаниялағы ҡунаҡхананың ялыу кенәгәһендәге дәғүәләр:
Америка турисы:
“Ҡот осҡос! Лифтта һәр ваҡыт тәмәке еҫе аңҡып тора!”
Рәсәй турисы:
“Бик сәйер бында. Лифтта ниңәлер смокинг менән йөрөргә ярамай, “No smoking!” тип яҙылған. Ярай әле тәмәке тартырға була.”

* * *
— Рәхим итегеҙ! Беҙҙең шифаханала һеҙ үҙегеҙҙе өйөгөҙҙә кеүек тоясаҡһығыҙ!
— Нимә-ә? Ҡайтарығыҙ кире аҡсамды. Бында яҡшы ял буласаҡ тигәйнегеҙ бит!


Вернуться назад