Бер ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа04.08.2012
Ғ. Иҙрисов һүҙҙәре В. Мөхәмәҙиев көйө
Бына тағы китәм алыҫтарға,
Тыуған яғым, һинән айырылып.
Тыуған яғым, һинән айырылып,
Һөйгәнемде һиндә ҡалдырып.
Ҡушымта:
Зәңгәр томандар артында
Бик алыҫтарҙа ҡалһам да,
Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп,
Тыуған яғым, һине һағынып,
Йөрәккәйем әрнеп янғанда.
Бик һағындым иген яландарын,
Күк тирәкле Эйек буйҙарын,
Йәмле яҙҙа йөрәк елкендереп,
Шаулап үткән һабантуйҙарын.
Ҡушымта.
Бер ҡайтаһы ине бала сағым,
Ялан аяҡ йөрөгән сағыма.
Бер ҡайтаһы ине йәшлегемә,
Тәүге мөхәббәтем янына.