Тәбиғәттең сихри бер миҙгелендә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуып үҫкән гүзәлдәрҙән-гүзәл Лилиә Шәүкәт ҡыҙы Ваһапова менән Себер яғының ыласындай егете Айрат Хәсән улы Турғаев үҙҙәренең туй тантанаһын байрам итте. Яҡындарыбыҙҙы ошо оло тантаналары һәм Лилиәнең тыуған көнө менән ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ!
Пар аҡҡоштарҙай бер-берегеҙгә тоғро булып, ғүмер юлынан ышаныслы атлағыҙ. Ғаиләгеҙ күркәм, бәхетегеҙ түңәрәк, тормошоғоҙ мул булһын. Яңы ғына барлыҡҡа килгән ғаилә усағығыҙҙың ялҡыны һүнмәһен, уның йылыһы барлыҡ яҡындарығыҙға ла етһен!
Ғаилә ояғыҙҙа “ҡошсоҡтарығыҙ” ҙа талпынһын. Ошо яҡты донъяны бүләк иткән иң ҡәҙерле кешеләрегеҙ — атай-әсәйегеҙҙе лә онотмағыҙ, уларҙың таянысы, ғорурлығы булығыҙ. Һеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, саф мөхәббәт, тигеҙ, оҙон, бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән Сәхиевтәр,
Ваһаповтар, Иҙекәевтәр ғаиләһе.