Ҡотлайбыҙ!04.08.2012
Ҡотлайбыҙ!Ейәнсура районының Урта Муйнаҡ ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле кешеләребеҙ — атайыбыҙ Әнәс Таһир улы һәм әсәйебеҙ Зәйфәрә Зыяҡай ҡыҙы Ҡарабулатовтарҙы күркәм байрамдары — алтын туйҙары менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Атай-әсәйебеҙ иң изге һөнәр эйәләре — педагогтар. Улар 40 йылдан ашыу ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә бағышланы. Уҡыусылары Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә эшләп, дәрәжәле кешеләр булып китте. Беҙгә лә, өс балаһына, юғары белем алыуҙа ярҙам итеп, тормош юлына баҫтырҙылар.
Атай-әсәйебеҙ ифрат аҡыллы, итәғәтле, сабыр холоҡло, ҡунаҡсыл, һөйкөмлө кешеләр. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар.
Ғәзиздәребеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар, сикһеҙ ҡыуаныс, балаларығыҙҙың игелеген күреп, тыныслыҡта оҙон-оҙаҡ беҙҙе ҡыуандырып, һәммәбеҙгә таяныс, терәк булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән балалары Әсхәт, Земфира,
Айгөл, килен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре.


Вернуться назад