Бүздәк районының Сабай ауылында йәшәүсе туғаныбыҙ Рим Хәйҙәр улы Ғиләжевты иҫтәлекле юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ул Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп, Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Сабай урта мәктәбендә тәүҙә уҡытыусы, ә унан һуң 22 йыл дауамында директор булып эшләне. Ҙур көс һәм тырышлыҡ һалып заманса яңы мәктәп төҙөттө. Ул етәкселек иткән йылдарҙа мәктәбебеҙ ил күләмендәге конкурстарҙа ҡатнашып Рәсәйҙә танылды, туғаныбыҙ иһә “Рәсәйҙең йыл директоры” тигән исемгә лайыҡ булды, үҙе Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Рим Хәйҙәр улы бер нисә быуын йәштәргә ныҡлы белем биреүсе яҡын кәңәшсе, тормошта матур өлгө булды. Бының өсөн уға кисәге уҡыусылары рәхмәтле. Уның уңғанлығына һәм тырышлығына, изге күңелле, итәғәтле, ярҙамсыл, кеселекле һәм кешелеклелегенә таң ҡалырлыҡ. Ул атай нигеҙендә тормошто дауам итә. Киленебеҙ Зилә менән күркәм йорт һалып инделәр, күптәргә өлгө булырлыҡ ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, тормоштоң тәмен һәм матурлығын тойоп йәшәйҙәр.
Ҡәҙерле туғаныбыҙ! Ҡыуаныслы ғүмер байрамың менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә иҫәнлек-һаулыҡ, йән тыныслығы, йәмәғәтең Зилә менән парлы оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Яҡындарыңдың ихлас хөрмәтен, йән йылыһын тойоп, һөйөп-һөйөлөп, шатлыҡ-ҡыуаныслы ғүмер кисерергә насип булһын.
Иң изге теләктәр менән — бөтә туғандар исеменән апайың Клара.