“Гөбөргәйел” аҡса эшләне04.08.2012
“Гөбөргәйел” аҡса эшләнеБыл хәл 2009 йылда булғайны. Беҙҙе, бер төркөм студентты, Башҡорт дәүләт университеты Украинаның Одессаһына ебәргәйне.

Ҡара диңгеҙҙә туйғансы йөҙөп, ҡояшта ҡыҙынып, күңелле ял итеп ҡайтҡайныҡ унан.
Көндәрҙең береһендә пляжда ҡыҙынып ятабыҙ. Бүтәндәргә ҡыҙыҡ булһын тип ҡомға күмелергә тигән уй килде. Тәүҙә тәрән соҡор ҡаҙҙыҡ, шунан мине шунда күмделәр. Башым ғына һерәйеп ҡалды. Гөбөргәйел кеүек күренһен тип, егет-ҡыҙҙар панцирь ҙа эшләп ҡуйҙы. Әлбиттә, гөбөргәйел бик шәп килеп сыҡты.
Беҙҙе халыҡ шунда уҡ уратып алды. Кескәйҙәр ҙә уның менән фотоға төшкө килә тип, ата-әсәһенә тынғылыҡ бирмәй. Ярҙа былай ҙа маймыл, ишәк, айыу балаһы, тутыйғош, хатта дөйә эйәртеп, аҡса эшләүселәр күп. Әллә мине лә шулар иҫәбенә ҡуйғандармы икән?
— Күпме түләргә? — тип һораны бер абзый.
— Биш гривень! — тине шаяртып студенттарҙың кемеһелер.
Тегеләр аптырап тормай, биш гривенде (ул саҡта беҙҙеңсә 25 һум самаһы) алдыма һалды ла фотоға төшөргә тотондо. Шулай итеп, арыу ғына аҡса йыйылып китте. Кисен иһә шуның иҫәбенә табын ҡорҙоҡ. Студент саҡтағы был күңелле һәм ҡыҙыҡлы ялды мәңге оноторлоҡ түгел. Ул осорҙа ректор вазифаһын башҡарған Мөхәмәт Харрасовҡа әле лә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Айгиз Баймөхәмәтов


Вернуться назад