Һаулыҡты алдан хәстәрләгеҙ!Ниһайәт, отпуск алдығыҙ, ти. Күптәр был осорҙа диңгеҙ буйында ял итергә ашҡына. Әммә юлда йә иһә сит тарафта ниндәй генә хәлдәр тыумай. Шуға ла һаулыҡты алдан хәстәрләү зарур.
Әгәр хроник сирегеҙ бар икән, юлға сығыр алдынан табипҡа күренергә онотмағыҙ. Үҙегеҙҙең хәлегеҙгә күрә, юл аптечкаһын да булдырығыҙ. Унда түбәндәге дарыуҙарҙы таба алһағыҙ, бик тә шәп:
шешеүҙе туҡтатыусы;
ашҡаҙан ауыртыуҙан һәм эс китеүҙән;
аллергиянан;
һыуыҡ үтеүҙән;
бинттар, пластырь;
антисептиктар.
Ҡулды йыш йыуығыҙГигиена шарттарын теүәл үтәү барлыҡ ауырыуҙарҙан ҡурсалай. Ә бит беҙҙе бактериялар һәм вирустар аҙым һайын һағалай.
Күптәр ҡулды сайып алыуҙы ғына хуп күрә. Бындайҙар ныҡ яңылыша. Асылда иһә ҡулды һабынлап кәм тигәндә 15 секунд йыуырға кәрәк.
Белеп ашағыҙСәйәхәт ваҡытында эс китеү (диарея) йыш осрай торған хәл. Бындай яфанан һаҡланыу өсөн ғәҙәти ҡағиҙәләрҙе үтәү фарыз:
Теләһә ҡайҙан алынған һыуҙы эсмәҫкә. Ҡайнаған йә иһә ябыҡ һауытта һатылғанына өҫтөнлөк бирергә кәрәк.
Урамдарҙа аҙым һайын тигәндәй урынлашҡан туҡланыу нөктәләрендә тамаҡ ялғарға тырышмағыҙ. Улар күпселек осраҡта санитария нормаларына яуап бирмәй.
Йәшелсә-емеште йыумайынса ашамағыҙ.
Нисек ҡыҙынырға?Йәйен ҡояшта яҡшы итеп ҡыҙынһаң, ҡышын йүткереү-сөскөрөүҙең нимә икәнен дә белмәҫһең, тиҙәр. Бынан тыш, оҙайлы ялдан һуң “шоколад” кеүек эшкә килһәң, хеҙмәттәштәрең көнләшеүҙән “ах!” итер. Ә был үҙе бер ләззәт бит ул. Әммә нисек ҡыҙынырға? Әгәр дөрөҫ эш итмәһәң, ҡояштан яныуың да ихтимал. Күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәңәш бирәбеҙ.
Көньяҡ курортҡа килгәс тә (мәҫәлән, Ҡара диңгеҙгә), тәүге көндө үк ҡояшта ҡыҙынырға ашыҡмағыҙ. Беренсе көндә яныу алһағыҙ, эштәр хөрткә китәсәк. Шулай уҡ ҡояшта оҙаҡ ҡыҙынһаң, башҡа эҫе ҡабыуы ла ихтимал.
Төп ҡағиҙәләр:
шундуҡ оҙаҡ ҡыҙынмағыҙ, иртәгәһенән башлап көн дә 5–10 минутҡа оҙайта барығыҙ;
көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 4-кә тиклем ҡояштан ҡасығыҙ;
тәүге 2–3 көндә ҡыҙыныуҙан (от загара) крем һөртөгөҙ, һуңынан яйлап ҡыҙыныу өсөн кремын ҡулланығыҙ;
башығыҙға кейергә онотмағыҙ;
ҡыҙынғандан һуң һыуыҡ һыуҙа сайҡанырға ашыҡмағыҙ, бер аҙ көтөп тороғоҙ.