Отпуск бирмәйҙәр...04.08.2012
“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция. Һеҙгә бер һорауым бар ине. Әле ойошмала дүртенсе ай эшләйем. Яңыраҡ ҡына ике айлыҡ баланы уллыҡҡа алдыҡ. Шул сәбәпле отпуск алырға булдым, әммә етәксебеҙ ярты йыл эшләгәндән һуң ғына отпуск бирелә, ти. Был дөрөҫмө?”
Сәлимә Ғ.
Сибай ҡалаһы.

Әгәр ҙә һеҙ шул ойошмала тәүге йыл эшләйһегеҙ икән, отпуск алыр өсөн кәм тигәндә 6 ай эшләргә тейешһегеҙ. Йәғни, етенсе айҙа ғына отпуск бирелә.
Ойошмала алты айҙан да әҙерәк тир түгеп, эштән бөтөнләй китһәгеҙ, был осраҡта ҡулланмаған ял өсөн аҡсалата компенсация түләү ҡаралған. “Аванс” менән отпуск алып (тағы ла 6 ай үтмәйенсә), һуңынан эштән китһәгеҙ (бер йыл тулмайынса), был осраҡта һеҙҙең иҫәптән түләү алынасаҡ.
Һеҙҙең теләк буйынса эш биреүсе 6 ай тулмайынса ла отпуск бирә ала (етәксе риза булһа ғына).
Ә инде түбәндәге категория хеҙмәткәрҙәренә 6 ай тулмайынса ла отпуск бирелергә тейеш (мотлаҡ):
ҡатын бала табыу сәбәпле отпуск алған осраҡта, уның алдынан йәки һуң тағы ял алғыһы килһә;
бала табыу сәбәпле отпускыла булған ҡатындың ире;
18 йәше тулмаған хеҙмәткәргә;
3 айы ла тулмаған баланы уллыҡҡа алған хеҙмәткәргә;
төп эшенән тыш, икенсе урында хеҙмәт килешеүе буйынса эшләгән хеҙмәткәр төп эш урынындағы отпускыға тура килгән ваҡытта;
хәрби хеҙмәткәрҙең ҡатынына иренең отпускыһы тура килгән осорҙа;
атом электр станцияһындағы фажиғәлә зыян күреүселәргә;
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, инвалидтарға һәм локаль хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға (ФЗ – №5);
Советтар Союзы Геройҙарына, Рәсәй Геройҙарына һәм Дан орденының тулы кавалерҙарына;
Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙарына;
“Рәсәйҙең почетлы доноры”, “СССР-ҙың почетлы доноры” билдәһенә эйә булыусыларға;
ғаиләлә ата-әсәнең береһе Алыҫ Төньяҡта һәм уға тиңләштерелгән төбәктә эшләһә, бәлиғ булмаған балаһын юғары йә иһә урта белем биреү учреждениеһына урынлаштырған осорҙа.

Түбәндәге категория хеҙмәткәрҙәре теләгән ваҡытында отпуск алыу хоҡуғына эйә:
— 18 йәше тулмаған хеҙмәткәр;
— 12 йәше тулмаған ике һәм унан да күберәк балаһы булған әсә, йә иһә ата (яңғыҙы тәрбиәләүсе);
— Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтар;
— атом электр станцияһындағы фажиғәлә зыян күреүселәр.


Вернуться назад